Иҡтисад
29 Октябрь 2021, 06:09

Пандемия шарттарында эшләргә өйрәндек

Халыҡ бурыстарын түләргә тырыша.

АвторАвтор
Фото:Автор

Федераль суд приставтарының хеҙмәте – суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте тәьмин итеү, суд акттарын, башҡа органдарҙың һәм вазифалы кешеләрҙең акттарын үтәүсе, шулай уҡ хоҡуҡ ҡулланыу функцияларын башҡарыусы федераль башҡарма власть органы. Ул боронғо һөнәрҙәрҙән иҫәпләнһә лә, Рәсәй Президентының 2009 йылдың 8 сентябрендәге Указына ярашлы, Суд приставтары рәсми рәүештә 1 ноябрҙә һөнәри байрамдарын билдәләй.

Ошо байрам алдынан беҙ  Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Илнур МӘХМҮТОВ менән осраштыҡ. 

 

– Илнур Әнүәр улы, пандемия суд приставтарының эшен ойоштороуға йоғонто яһа­нымы?

– Коронавирусҡа бәйле индерелгән сикләүҙәр эшебеҙгә һиҙелерлек йоғонто яһаманы, тип әйтһәк тә була, сөнки ул башланғанға тиклем үк беҙҙең хеҙмәт процестары, халыҡ менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр һанлы эш тәртибенә күсерелгәйне инде. Элек беҙгә мөрәжәғәт итеү, төрлө рәсми мәғлүмәт алыу, бурыс­тарҙы түләү һәм башҡа һорауҙар буйынса үҙебеҙгә килһәләр йәки хат аша мөрәжәғәт итһәләр, хәҙер халыҡ барлыҡ мәғлүмәтте өйҙә ултырған килеш “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша алыу хоҡуғына эйә. Бөгөн барлыҡ документтар бурыслы йәки бурысын ҡайтартыусы кешенең шәхси кабинетына килә, шуға күрә әлеге ваҡытта беҙҙең хеҙмәткәрҙәр мәжбүри түләттереү саралары күргән осраҡтарҙа ғына, йәғни мөлкәткә арест һалғанда һәм уны һатыуға тапшырғанда халыҡ менән туранан-тура аралаша. Ғөмүмән, пандемия шарттарында эшләргә өйрәндек, хәүефһеҙлек саралары күрелә, хеҙмәткәрҙәр тулыһынса тиерлек вакцина яһатҡан.

 

– Суд приставтары пандемия шарттарында эшләүгә яраҡлашһа ла, халыҡтан суд ҡарарҙарын мәжбүри үтәтеүҙә, бурыстарҙы ҡайтартыуҙа ауырлыҡтар тыуамы?..

– Ысынлап та, был йәһәттән пандемияның йоғонтоһо бар, һәм кешеләрҙең матди ауырлыҡ кисереүе тойола: кемдеңдер бурыстары арта, ҡайһы бер кешеләр эшһеҙ ҡала, эшҡыуарҙар шөғөлдәрен туҡтатырға мәжбүр була. Ошондай сәбәптәргә бәйле, граждандарҙың бурысы артыуын күрәбеҙ. Дөйөм ауырлыҡтар менән осрашыуға ҡарамаҫтан, кешеләр бурыстарын ваҡытында түләргә тырыша. Әле беҙҙең ҡулда өс миллион самаһы баш­ҡарыу эше бар. 2020 йылдағы менән сағыштырғанда, уларҙың һаны 13 процентҡа артты, сөнки законға ярашлы, 1 июлгә тиклем арест һалыу сараларын күреү өсөн сығып йөрөй алманыҡ һәм башҡарыу эштәрен үтәү мөмкин­леге булманы. Улар – ваҡытында түләнмәгән һалымдар, штрафтар, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр һәм кредиттар.

 

– Эш хаҡы буйынса бурыс­тарҙы ҡайтарыу йәһәтенән дә ауырлыҡтар тыуамы?

– Былтырғы осор менән сағыштырғанда, әлеге ваҡытта эш хаҡын ҡайтарыу буйынса башҡарыу эштәренең һаны ике тапҡырға кәмене. Был – ваҡытында алып барылған эш һөҙөмтәһе, шулай уҡ ҡайһы бер предприятиелар бөлгөнлөккә төштө, ҡайһы берҙәренән бурыстарын ҡайтартып алдыҡ. Бөгөн республикала 84 предприятиеға ҡарата ошондай 1,6 мең башҡарыу эше асылған. Дөйөм алғанда, эш хаҡы буйынса 240 миллион һум күләмендә бурыс бар. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, ике тапҡырға әҙерәк. Күп кенә бурыстарҙы граждандарға ҡайтарып биреүгә өлгәштек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер предприятиелар банкрот булғас, улар буйынса башҡарыу эштәрен конкурс идаралығына тапшырҙыҡ.

– Бала хоҡуҡтарын яҡлау – дәүләтебеҙ өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Суд прис­тавтары, алимент түләт­тереү буйынса эштәрҙе башҡарып, балалар хоҡуғын яҡлауға тос өлөш индерә. Әлеге мәлдә был йүнәлештә ниндәй эштәр алып барыла?

–  Бөгөн алименттар һаны барлыҡ башҡарыу эшенең 100,6 процентын ғына тәшкил итә, йәғни республика суд приставтары ҡулында өс миллионға яҡын башҡарыу эше булһа, уларҙың 19,3 меңе алименттарға ҡағыла. Дөйөм алғанда, йыл һайын ошондай башҡарыу эштәрен кәметеүгә өлгәшәбеҙ, мәҫәлән, быйыл алименттар буйынса башҡарыу эштәре алдағы йылға ҡарағанда 200-гә кәмене. Ғөмүмән, 2020 йылда бурыстарҙың дөйөм күләме 2 миллиард 400 мең һум булһа, быйыл туғыҙ ай эсендә суд приставтары ҡулында бөтәһе 2 миллиард 100 миллион һум суммаға тиң башҡарыу эше бар. Былтыр, пандемия булыуға ҡарамаҫтан, 300 миллион һум күләмендәге алиментты түләт­терҙек, быйыл туғыҙ ай эсендә 400 миллион һумды йыйыуға өлгәштек. Суд приставтары балалар хоҡуғын яҡлау өсөн барлыҡ вәкәләттәрҙе лә ҡуллана: административ һәм енәйәт башҡарыу эштәре ҡуҙғатыла, шулай уҡ махсус программа буйынса бурыслы кешеләргә эшкә урынлашырға, һөнәр алырға ярҙам итәбеҙ.

Быйылдан бик шәп закон ғәмәлгә инде – ғаиләнең килеме бер кешегә иҫәпләгәндә уртаса йәшәү күләменән кәм булһа, дәүләт был етмәгән өлөштө балаларға пособие итеп түләй. Шулай итеп, алимент түләнмәгән осраҡта ла, дәүләт ғаиләне яңғыҙ ҡалдырмай – һәр баланы йәшәү минимумы менән тәьмин итә. Бының өсөн белешмәләр йыйып йөрөргә кәрәкмәй, сөнки беҙҙә булған мәғлүмәт социаль учреждениеларға ебәрелә. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша пособиеға ғариза тапшырырға ғына кәрәк.

 

– Быйылдан суд приставы хеҙмәткәрҙәре статусы башҡа тәртип һаҡлау органдарына тиңләштерелде. Был үҙгәрештәр эш һөҙөмтәһендә сағылыш таптымы?

– Рәсәй Суд приставтары хеҙмәте барлыҡҡа килгән ваҡыттан, йәғни ошо Закон ҡабул ителгәнгә тиклем, кадрҙар мәсьәләһе киҫкен торҙо. Быға тиклем хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡлап ҡалыу ауырға тура килде, сөнки эш хаҡы түбән, ә хеҙмәт шарттары ауыр, башҡарыу эштәре көндән-көн арта бара. Етмәһә, суд приставының эшмәкәрлеге һәр ваҡыт бәхәстәр менән бәйле. Әлеге мәлдә был мәсьәлә хәл ителде, сөнки дәүләт тарафынан гарантиялар, матди ярҙам бар. Бөгөн кадрҙарға ҡытлыҡ һигеҙ процент тәшкил итә, шулай уҡ эштән киткән кешеләр ҡырҡа кәмене.

 

– Суд приставтары араһын­да коррупцияға юл ҡуймау маҡсатында ниндәй эш алып барыла?

–  Ҡайһы ғына өлкәне алмайыҡ, дәүләт һәм муниципаль власть йә коммерция ойошмаһы булһынмы, барыбер закон боҙған кешеләр осрап тора. Суд приставтары хеҙмәтендә ябай тәрбиәүи алымдар ҡулланыла. Беренсенән, ришүәт алыуға йәки башҡа закон боҙоуға бәйле хәл килеп сыҡһа, был хеҙмәткәргә ҡарата ниндәй саралар күрелгән, ни өсөн эштән ҡыуылған, ниндәй енәйәт эше ҡуҙғатылған – ошо хаҡта мәғлүмәт һәр хеҙмәткәргә еткереләсәк. Икенсенән, идара­лыҡта һәм ҙур бүлексәләрҙә махсус стендтар булдырылған, улар­ҙа насар эш ҡылған хеҙмәткәрҙәр тураһында мәғлүмәт ҡуйылған. Яңы хеҙмәткәрҙе эшкә алғанда, ошо стендты күрһәтеп, тәрбиәүи-аңлатыу эше алып барабыҙ. Унан башҡа алымдар ҙа ҡулланыла – килем тураһында белешмә, декларация тапшыралар. Ғөмүмән, беҙҙә хеҙмәткәрҙең эшмәкәрлеге етди контролдә тотола. Ҡырын эште йәшереп тә булмай, сөнки суд приставының эше, ул әҙерләгән документ кешенең шәхси кабинетына килеп етә. Әгәр ҙә уның эшмәкәрлеге законһыҙ булһа, ул шунда уҡ асыҡлана. Үҙебеҙҙең күҙәтеү системаһы ойошторолған: суд приставының эш көнөндә ниндәй бурыстар атҡарыуы, ҡайҙа барыуы тураһында мәғлүмәт етәкселеккә еткерелә.

 

– Суд приставтарының эшмәкәрлеге ниндәй талаптар­ҙан сығып баһалана? 

– Һәр райондың рейтингы, күрһәткестәре бар. Бөгөн беҙ Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығы ҡуйған был күрһәт­кестәрҙең барыһын да үтәп киләбеҙ. Рәсәйҙә Башҡортостан буйынса суд приставтары идаралығы – уңышлы эшләгән һәм алдынғы урында торған  бүлексәләрҙең береһе. Яҡшылар иҫәбендә булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙә лә кешеләрҙән килгән ялыуҙар, сигналдар бар, шуға күрә эшебеҙҙе дөйөм күрһәт­кестәргә ҡарап ҡына баһала­майбыҙ, ә мөрәжәғәттәргә анализ яһап, сәбәптәрен асыҡлап, уны камиллаштырырға тырышабыҙ.

Яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе һайлап алып, квартал һайын 200 кешегә дәртләндереү сараһы күрәбеҙ, фотоларын алдынғылар таҡтаһына ҡуябыҙ. Ҡайһы бер осраҡта судьяларҙан, граждан­дарҙан рәхмәт һүҙҙәре килә. Шулай итеп, хеҙмәткәрҙәргә рухи яҡтан ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ.

Рәсәй Президентының бы­йылғы Указына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған суд приставы” тигән маҡтаулы исем булдырылды. Был исемгә дәғүә иткән хеҙмәткәрҙәребеҙ бар.

Оҙаҡ йылдар һөнәренә тоғро ҡалып эшләгәндәр араһынан Мәсетле районы суд приставы бүлексәһе начальнигы Илдар Шәйәхмәтовты билдәләр инем. Ул 20 йылға яҡын етәксе вазифаһын атҡара. Шулай уҡ  Стәрлетамаҡ ҡалаһы бүлеге начальнигы Евгений Черномырдин, Өфө ҡалаһының Киров районы бүлеге начальнигы Радмир Ишмуллин, Бөрө район бүлексәһе начальнигы Диана Ғәзизова, Благовар район бүлексәһе начальнигы Руслан Ғизетдинов, идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Сергей Кирюба намыҫлы хеҙмәт итә. Матур һөҙөмтәләр күрһәтеп эшләгән йәштәр ҙә күп. Ошо көндәрҙә һөнәри байрам айҡанлы 100-гә яҡын кешегә рәхмәт хаттары тапшырасаҡбыҙ. 

 

– Илнур Әнүәр улы, һеҙҙе һәм барлыҡ суд приставтарын һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

 

Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Читайте нас