Иҡтисад
29 Октябрь 2021, 10:00

Предприятиела инновация системаһы индерелде

Ишембайҙың “Идель Нефтемаш”  заводында яңы  ИДЕЛЬ-250 (МБС ИДЕЛЬ-250) быраулау системаһын һынау уңышлы тамамланды.

Предприятиела инновация системаһы индерелдеПредприятиела инновация системаһы индерелде
Предприятиела инновация системаһы индерелде

Ишембайҙың “Идель Нефтемаш”  заводында яңы  ИДЕЛЬ-250 (МБС ИДЕЛЬ-250) быраулау системаһын һынау уңышлы тамамланды.

Быраулау ҡоролмаһының күтәртеү системаһының төп механизмына дис тормоздары ҡуйғандар. Предприятиеның төп продукцияһы – нефть скважиналарын ағымдағы һәм капиталь ремонтлау өсөн күтәртеү механизмдары. Завод быраулау лебедкаһына идара итеү өсөн диск тормоздарын етештереүҙе илдә беренсе булып үҙләштерҙе.

Бынан тыш предприятиела яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өҫтөндә лә даими эшләйҙәр. Мәҫәлән, механик эшкәртеү һәм металл ҡойоу ҡеүәттәрен техник яҡтан ҡайтанан ҡоралландырыу 2025 йылға саҡлы 840 миллион һум сығымдар талап итәсәк.

Фото: pravitelstvorbru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас