Иҡтисад
1 Ноябрь 2021, 14:00

Агросәнәғәт хеҙмәтсәндәре бүләкләнде

Шулай уҡ юғары күрһәткестәргә өлгәшкән биш районға дипломдар тапшырылды.

Агросәнәғәт хеҙмәтсәндәре бүләкләндеАгросәнәғәт хеҙмәтсәндәре бүләкләнде
Агросәнәғәт хеҙмәтсәндәре бүләкләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Уларҙың араһында – механизаторҙар, тракторсылар, хужалыҡ һәм предприятие етәкселәре, агрономдар, малсылар һәм башҡа хеҙмәт кешеләре. 37 кеше орден-миҙалдарға, почетлы исемдәргә, грамоталарға лайыҡ булды.

Республика етәксеһе биш районды ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн дипломдар менән бүләкләне. Әбйәлил, Стәрлетамаҡ, Борай, Дыуан, Ауырғазы райондары – бына ул хеҙмәт алдынғылары.

“Туғыҙ ай эсендә республикала 117 миллиард һумлыҡ продукция етештерелде. Ҡатмарлы ҡоролоҡ шарттарына ҡарамай, яҡшы уңыш алдыҡ – 2, 2 миллион тонна иген, 900 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө, 300 мең тонна көнбағыш. Бындай һөҙөмтә – бөтә республиканың етешлеге һәм именлеге һөҙөмтәһе. Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары продукцияһы юғары баһаға лайыҡ була. Аграрийҙар янсығында 80 миҙал, яртыһынан күбеһе - алтын. Хөрмәтле дуҫтар, был яҡшы уңыш менән ҡотлайым һеҙҙе!” – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас