

Бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов “Башавтотранс” предприятиеһы филиалдары етәкселәренә “НефАЗ” маркалы 30 яңы автобус асҡыстарын тапшырҙы.
Машиналар газ двигателендә эшләй. Һәр автобус 105 кешене һыйҙыра ала. Улар пассажирҙарға электрон мәғлүмәт еткереү һәм ГЛОНАСС навигация юлдаш системалары, тахограф, инвалид коляскаһы өсөн махсус урын менән йыһазландырылған. Видеокүҙәтеүҙең һигеҙ камералы системаһы, пассажирҙар ағымын асыҡлауҙың автоматлаштырылған системаһы эшләй.
Рәйеф Әбдрәхимов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән “Башавтотранс” коллективын предприятиеның 100 йыллыҡ юбилейы һәм һөнәри байрамдары – Автомобиль һәм ҡала пассажирҙар транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.
– Мин һеҙгә ҙур ҡәнәғәтлек менән Нефтекама автобустарының сираттағы партияһы асҡыстарын тапшырам, – тине Рәйеф Әбдрәхимов. – Һеҙгә аварияһыҙ юлдар, яҡшы эш теләйем, бөтәгеҙгә лә рәхмәт!
Яңы автобустар транспортҡа ихтыяж ҙур булған рейстарға бүленде, 51-се, 51А, 69-сы, 39-сы автомобиль маршруттары яңы транспорт саралары менән тулыланды. Шулай уҡ яңы йәмәғәт транспорты ҡаланың үҙәге менән Дим биҫтәһен, Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара аэропортты һәм Булгаков ҡасабаһын тоташтырған маршруттарға ла сыҡты.
Быйыл республика “Башавтотранс” өсөн 2,1 миллиард һумлыҡ урта һәм юғары класлы 220 автобус һатып алды. Йыл аҙағына тиклем йәнә ун автобус алынасаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.