

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы белгестәре йыл әйләнәһенә ял итергә мөмкинлек биргән объекттарҙы төҙөү буйынса инвестиция тәҡдимдәре менән сығыш яһаны. Улар Бөрйән, Балаҡатай һәм Йылайыр райондарында глэмпингтар төҙөүҙе күҙ уңында тота.
"Был бизнес-тәҡдимдәрҙе ҡарап сығып, йәйгә тиклем бойомға ашырыу өсөн әле бик таман осор", – тине корпорация етәксеһе Наил Ғәббәсов.
Глэмпинг – экотуризмдың яңы төрө, ул Башҡортостанда әүҙем үҫешә башланы. Был тәбиғәттә бар уңайлыҡтар менән, ҡунаҡханаларҙағы ише ял итеп була торған төр. Модуль конструкцияларҙы төҙөп ҡуйғанда, тупраҡтың өҫкө өлөшөнә зыян килмәй, һөҙөмтәлә уларҙы ҡурсаулыҡ биләмәләренә лә ҡуйырға мөмкин. Өҫтәүенә бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу төҙөлөшкә киткән сығымдарҙың күпмелер өлөшөн ҡаплау өсөн дәүләт ярҙамын алырға ла булышлыҡ итә.
Глэмпингтарҙың концепцияһы башҡорт көнкүреше һәм йолалары менә таныштырыуға ҡорола. Был туристарҙа Башҡортостандың тарихына, милли тематикаһына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуҙы күҙ уңында тота. Мәҫәлән, Йылайыр районында ошондай ял урындарын Һаҡмар йылғаһы буйында төҙөү планлаштырыла. Был пляж, мангал зонаһы, башҡа төрлө уңайлылыҡтар булдырып, республика кешеләренә, ҡунаҡтарға матур ял итергә булышлыҡ ҡылыр, тип иҫәпләнә. Инвестиция проектының бюджеты – 6,3 миллион һум, ете яңы эш урыны ла барлыҡҡа килергә тейеш.
Бизнес-тәҡдимдә күңел асыу һәм башҡа хеҙмәт төрҙәре күҙалланылған. Бөрйән районына ҡағылғанында, мәҫәлән, атлы походтар ҙа, Ағиҙел буйлап сап-бордтарҙа сәйәхәт итеү ҙә, Шүлгәнташ мәмерйәһенә барыу ҙа күҙ уңында тотола. Бөрйән глэмпингтары проекты 12 миллион һумлыҡ, 11 эш урыны булдырырға ярҙам итәсәк.
Үҫеш корпорацияһы белгестәре иҫәпләүенсә, инвестор проектҡа һалған аҡсаны йыл ярым эсендә ҡайтарып алырға мөмкин.
Был бизнес-тәҡдимдәр инвесторға күрһәтелеүе мөмкин дәүләт ярҙамын да күҙ уңында тотоп эшләнгән. Ошо һәм башҡа инвестиция тәҡдимдәре менән Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы сайтының "Инвесторҙарға" бүлегендә танышырға була.
Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru