

Башҡортостандың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан иҫкәртеүҙәренсә, “Бәләкәй күләмдә сауҙалашыу агрегаторы” (АТМО) мәғлүмәт системаһында бәләкәй эшҡыуарлыҡ иҫәбендәге республика тәьминәтселәре өсөн һатып алыуҙарҙа ҡатнашыу буйынса ентекле ҡулланма урынлаштырылған.
– Мәғлүмәт системаһы һатып алыуҙа ҡатнашыуҙы ябайлаштырыуға һәм уны аңлайышлы итеүгә ҡорола. Материалдар дәүләт һатып алыуҙарының һәр этабында үҙеңде ышаныслы тойорға, интерфейста еңел эш итергә, ғәмәлдәрҙе йылдам башҡарырға ярҙам итә, – тине дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.
Конкуренлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һатып алыуҙарҙа ҡатнашыусыларға методологик ярҙам күрһәтеүгә АТМО-ны ҡулайлаштырыуға һәм камиллаштырыуға айырым иғтибар бирә. АТМО сайтындағы “Мәғлүмәт матриалдары” бүлегендә системаға көйләнеү һәм унда эшләү тураһында ентекле ҡулланма бирелгән.
Әйткәндәй, бәләкәй күләмдә сауҙалашыу агрегаторы даими үҫтерелә, республика тәьминәтселәре һәм заказсыларының яңы талаптарына яраҡлаша. Майҙансыҡта эшләү ҙур булмаған компанияларға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы һатыу баҙарҙарын табырға, килешеүҙәр төҙөргә булышлыҡ итә.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53282
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53282