

Республика компаниялары 23-сө “FoodExpo Qazaqstan 2021” Үҙәк Азия халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша. Ул 1 – 6 ноябрҙә Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында үткәрелә.
– Сарала ҡатнашыуҙың төп бурысы – предприятиеларыбыҙҙың экспорт ҡеүәтен асыу, тауарҙарҙы экспортҡа сығарыу, эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү, халыҡ-ара берләшмәләге эшлекле даирәләр менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек булдырыу, – тине республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Башҡортостан делегацияһы составына экспорт йүнәлешендәге һигеҙ предприятие - “Джума Ти”, “Контроль пакет”, “Урал”, “Ҡырағай бал”, “Пишепром”, “Башҡорт балы”, “Глобус” йәмғиәттәре һәм шәхси эшҡыуар Алһыу Минһажеваның хужалығы инде.
Күргәҙмәнең тәүге көнөндә 50-нән ашыу осрашыу булды. Башҡортостан экспозицияһын Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы сауҙа вәкиле урынбаҫары Андрей Кабанов ҡарап сыҡты. Республика компаниялары уға үҙ продукцияһын күрһәтте, ә Андрей Кабанов, үҙ сиратында, Ҡаҙағстан баҙарының үҙенсәлектәре, экспортерҙар осрашҡан проблемалар, һалым ташламалары тураһында һөйләне.
Сара барышында компаниялар күргәҙмәне рәсми асыу тантанаһында ҡатнашты, шулай уҡ Ритейл үҙәге нигеҙендә Ҡаҙағстандың төп селтәрҙәре менән 20-нән ашыу һөйләшеү ойошторҙо.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53286
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53286