

Өфөлә 8 ноябрҙән 15 ноябргә саҡлы Ағиҙел аша яңы күперҙәге бер һыҙаттың ҡайһы бер урындарында хәрәкәт сикләнәсәк. Ваҡытлыса ярҙамсы конструкциялар һүтеп алынасаҡ һәм күҙәтеү күперсектәре ҡуйыласаҡ.
Өфө ҡала хакимиәтенең Юл һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү һәм ремонтлау буйынса идаралығы етәксеһе Константин Паппе аңлатыуынса, хәрәкәтте өлөшләтә сикләү – алдан планлаштырылған технологик зарурлыҡ.
“Эштең бер өлөшөн яңы күперҙә хәрәкәт башланғас ҡына башҡарырға мөмкин булды. Терәтеү ҡулайламаһы, күпергә яҡынлашҡан хәрәкәтте бүлгеләү. Шулай уҡ төкәтмәләрҙә яһалма ҡулайламаларҙы һүтеп алырға ла кәрәк”, – тине Паппе.
Яңы күперҙе төҙөгәндә 1991 йылда һалынған күперҙәге хәрәкәтте көйләүсе реверсив светофор ҙа алынған. 1956 һалынған аркалы иҫке күперҙе йүнәткәндә был светофорҙың кәрәге тейәсәк әле.
Фото:bashinform.ru.