

Элек ауылдарҙа "заготовитель" тип йөрөтөлгән кешеләр булды. Улар халыҡтан ҡағыҙ, сепрәк, һөйәк, тубырсыҡ, тире йыйҙы һәм урынына кәрәкле әйберҙәр йә аҡса бирҙе. Хәҙер был әҙерләүҙәр конторалары юҡҡа сыҡты, кешеләр көнкүрештәге артыҡ әйберҙәрен ҡайҙа итергә белмәй.
Әле Урал аръяғы халҡы өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ билдәле булды. Мәҫәлән, хәҙер Баймаҡ районында һарыҡ тиреһен махсус рәүештә йыя башлайҙар.
Уның өсөн тире матур итеп һыҙырылған, тоҙланған, ҡырҡҡысланмаған булырға тейеш. Был тиреләр иләү өсөн кәрәк, уларҙы беҙҙең Башҡортостанда эшкәртәсәктәр. Әлегә хаҡы – 50 һумға тиклем. Малға тоҙ, өй кәрәк-ярағына алмаштырыу ҡаралған. Әгәр берәй ауылда күберәк йыйылһа, үҙҙәре үк килеп аласаҡтар.
Тирене Баймаҡ районының Таулыҡай ауылындағы Һаҡмар урамында йәшәгән Раил Раевҡа тапшырырға мөмкин.
Фото: pixabay.com