

“Рәсәй тәмдәре” туҡланыу аҙыҡ-түлеге төбәк брендтары милли конкурсының “Халыҡ тауыш биреүе” этабында тауыш биреү тамамланыуға бер генә көн ҡалды!
7 ноябргә тиклем һәр кем яратҡан ризығы өсөн тауыш бирә ала. Бының өсөн https://russiantastes.ru/ һылтанмаһы буйынса сайтҡа инеп, исемлектән беҙҙең төбәкте һәм оҡшаған брендты һайларға кәрәк.
Әлегә бер башҡорт брендтары артта ҡала. Беҙҙең бал йә ҡымыҙ, ҡорот йә ҡаҙылыҡ еңеүсе булырға лайыҡлы түгелме ни?
Быйыл конкурсҡа республиканан 15 башҡорт бренды тәҡдим ителде. Улар – Башҡорт балы, Башҡорт ҡымыҙы, Башҡорт ҡорото, Башҡорт ҡаҡланған ҡаҙылығы, Башҡорт өсбосмағы, Башҡорт оҙаҡ һаҡланған сыры, Башҡорт соусы, Башҡорт баллы сыры, Башҡортостандан шоколад, Башҡортостандан ыҫланған дөйәғош ите, Башҡорт балынан эшләнгән алкоголһеҙ эсемлек, “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуы. Уларға тауыш биреп өлгөрәйек!