Иҡтисад
9 Ноябрь 2021, 10:45

2024 йылға – 50 индустриаль парк

Әле республикала 11 индустриаль һәм 18 технопарк теркәлгән.

2024 йылға – 50 индустриаль парк2024 йылға – 50 индустриаль парк
2024 йылға – 50 индустриаль парк

Бөгөн Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда индустриаль парктар инфраструктураһын төҙөүгә, яңыртыуға һәм реконструкциялауға субсидия биреү мәсьәләһе тикшерелде.

– Республика Башлығының сентябрҙәге “Башҡортостан Республикаһындағы социаль-иҡтисади үҫештең стратегик йүнәлештәре тураһында”ғы Указында 2024 йылға 50 индустриаль парк ойоштороу бурысы ҡуйыла, – тине Андрей Назаров. – Беҙ технопарктарҙың идарасы компанияларын инфраструктура объекттарын төҙөү, яңыртыу һәм реконструкциялау йәһәтенән субсидиялауҙы планлаштырабыҙ.

Әле республикала 11 индустриаль һәм 18 технопарк теркәлгән. Уларҙа 26,6 мең эш урыны булдырылған, инвестицияның дөйөм күләме 44 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Тимур Герасимов әйтеүенсә, ҡуйылған бурысты үтәү өсөн индустриаль парктарҙың һәм технопарктарҙың идарасы компанияларына административ-етештереү, коммуналь һәм транспорт инфраструктураһы объекттарын ойоштороу, яңыртыу, реконструкциялау өсөн субсидия бирергә тәҡдим ителә. Был республикала ошондай парктар асыуҙы дәртләндереү, һалым килемен өҫтәмә арттырыу, сәнәғәттә эш урындары булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Әле “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә өс парк (“Агротехнологиялар үҙәге”, “Өфө, “Нижегородка”) төҙөлөшө тамамланып килә. Ошо маҡсатҡа республика федераль ҡаҙнанан 755,6 миллион һум йәлеп иткән. Был өс меңгә яҡын эш урыны булдырыу, 20-нән ашыу яңы резидентты урынлаштырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Тимур Герасимов шулай уҡ технопарктарға әйләндерерлек перспективалы биләмәләр тураһында һөйләне.  

Туймазы бетон ташығыс автомобилдәр заводы нигеҙендә тағылмалы техника етештереү өсөн заманса сәнәғәт технопаркын асыу күҙаллана. Иглин үлсәү заводы майҙансығында иһә “Машина эшләүсе” нигеҙендә технопарк әҙерләнә. Әбйәлил районының Тирмән ауылында иһә таш эшкәртеү буйынса индустриаль парк асыу планлаштырыла. Бынан тыш, Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы Учалы, Бөрө, Бәләбәй, Кушнаренко, Салауат райондарында һәм Күмертау ҡалаһында өҫтәмә индустриаль парктар һәм технопарктар ойоштороу өсөн алты майҙансыҡты тикшерҙе. Күҙалланғанса, был парктарҙа инфраструктура объекттарын булдырыуҙың, инженерлыҡ селтәрҙәрен проектлауҙың һәм төҙөүҙең дөйөм смета хаҡы 3,1 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. 3,7 миллиард һумдан ашыу шәхси инвестиция йәлеп итеүҙе иҫәпкә алғанда, был йәнә меңгә яҡын яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов технопарктарҙың береһен төҙөүҙә модель проекты сифатында дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымын ҡулланырға тәҡдим итте.

Андрей Назаров Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына Финанс министрлығы менән берлектә индустриаль парктар асыу буйынса эште финанслауҙың ҡулай вариантын әҙерләргә ҡушты.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас