

Ауыл ипотекаһына булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыуға ихтыяж Башҡортостан, Татарстан республикаларында, Новосибирск өлкәһендә юғары, тип белдерҙеләр Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығында.
Киләһе йылда ошо маҡсатта бөтәһе 11,5 миллиард һум бүлеү планлаштырыла. 2021 йылда процент ставкаһын субсидиялау өсөн 4,1 миллиард һум ҡаралған, артабан был суммаға тағы ла 3,2 миллиард һум өҫтәлә, был аҡсаға 50 меңдән ашыу кредит биреү мөмкин.
Халыҡ араһында ташламалы ипотека кредитлауына ихтыяж юғары булыуын иҫәпкә алып, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы бюджет бүлеү сиктәрендә ғаризаларҙы координациялауҙы тәьмин итәсәк. Миҫал өсөн, быйыл банктарға, дөйөм алғанда, 475,4 миллиард һумға 223,8 мең ғариза килгән, тикшереү үткәндән һуң 95,6 миллиард һумға 50,1 мең кредит бирелгән.
Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, был сара биләмәләрҙе комплекслы үҙләштереү һәм торлаҡ төҙөлөшө сиктәрендә иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе тип табылды. Банктар, үҙ сиратында, 2021 йылға бүленгән аҡсаның күбеһе тотонолғанын билдәләне һәм 2022 йылда ауыл ипотекаһына ихтыяж артыуын фаразланы.
Әле бирелгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, төҙөлөш материалдарына һәм металға хаҡ артыуы сәбәпле, ауылда торлаҡ та бер аҙ ҡиммәтләнгән. Шул уҡ ваҡытта ташламалы кредитлау өсөн вәғәҙә ителгән аҡса күләменең артыуына күсемһеҙ милек хаҡының үҫеүе түгел, ә халыҡтың программала ҡатнашыуға ихтыяжы юғары булыуы сәбәпсе.
Ауыл ипотекаһы программаһы ауылда торлаҡ һатып алыу өсөн йылына 0,1 проценттан өс процентҡа тиклем ставка менән кредит биреүҙе күҙ уңында тота.
Лилиә НУРЕТДИНОВА