

Күптән түгел республика Башлығы ҡарамағындағы “Ауыл сәғәте”ндә баҡсасылыҡ һәм коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
– “Ауыл сәғәттәре”ндә беҙ ведомство-ара хеҙмәттәшлекте һәм комплекслы хәл итеүҙе талап иткән темаларҙы ҡарайбыҙ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Аҙыҡ-түлек сәнәғәтен, ауыл баҙарҙарын үҫтереү тураһында фекер алышҡанда ла шулай булды. Баҡсасылыҡ тармағы бик һиҙгер, сөнки унда бик күп халыҡ эшләй. Уларҙың күбеһе өсөн был йүнәлеш аҙыҡ-түлек запасын тулыландырыу ысулы булып тора.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала коммерцияға ҡарамаған 1,5 меңгә яҡын баҡса ширҡәте (СНТ) бар. Йәйге коттедждарҙан һәм баҡса участкаларынан ярты миллиондан ашыу кеше файҙалана. Тимәк, Башҡортостандың һәр һигеҙенсе кешеһе тиерлек – баҡсасы. Был күрһәткестәр буйынса республика илдә етенсе урында. Шул уҡ ваҡытта төбәктә баҡсалар тигеҙ урынлашмаған: уларҙың өстән ике өлөшө – Өфө эргәһендә, ҡалғандары ҙур ҡалалар тирәләй таралған. Райондарҙың күбеһендә иһә бер генә баҡса берләшмәһе лә юҡ.
Баҡсасылыҡ тармағының көнүҙәк мәсьәләләре иҫәбендә — участкаларҙы ер кадастрында теркәү, электр һәм һыу менән тәьмин итеү, инеү юлдары һәм транспорт бәйләнеше торошо, көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, тип белдерҙе республика Хөкүмәтенең Ауыл хужалығы һәм тәбиғәтте һаҡлау департаменты директоры Светлана Белова. Баҡсаларҙағы электр селтәренең 80 процентҡа тиклеме туҙған, юлдарҙың 90 процентҡа тиклеме төҙөкләндереү талап итә, баҡса ширҡәттәренең яртыһынан күберәгенең сүп-сар сығарыу буйынса килешеүҙәре юҡ.
Светлана Белова билдәләүенсә, Рәсәйҙә 14 йылдан ашыу рәттән “баҡса амнистияһы” үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, СНТ-ның яртыһында милек хоҡуғын раҫлаған документтар юҡ, был баҡса биләмәһен ябайлаштырылған тәртиптә хосусилаштырырға мөмкинлек бирә. Радий Хәбиров “Росреестр” һәм һалым органдары вәкилдәре ҡатнашлығында муниципаль кимәлдә ведомство-ара комиссия булдырыу тәҡдимен хупланы, ул баҡсасылыҡ тармағының торошон баһалаясаҡ һәм идаралыҡҡа тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итеүгә мөмкинлек бирәсәк.
– Йылдар буйы йыйылып килгән мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеп булмаясаҡ. Баҡсасыларҙан эшлекле тәҡдимдәр көтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ниндәйҙер һөҙөмтә күренһен өсөн, баҡсасыларҙың башланғысы булырға тейеш. Баҡса ширҡәте – бойондороҡһоҙ һәм үҙ-үҙен көйләгән ойошма, шуға күрә уның ағзалары үҫешкә аҡса һалырға тейеш, шунһыҙ алға китеш булмаясаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Кәңәшмәлә ул Илшат Фәзрахмановҡа Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһында СНТ рәйестәрен әҙерләү курсын ойошторорға ҡушты.
Лилиә НУРЕТДИНОВА