Иҡтисад
9 Ноябрь 2021, 11:00

Эшҡыуарҙар бушлай сайт эшләтә аласаҡ

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

Башҡортостандың “Минең бизнесым” үҙәге “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы ғаризалар ҡабул итә башлаясаҡ.

 “Интернет-сайт — эшҡыуарҙың йөҙө. Ул сифатлы булһа, компанияның ыңғай имиджын тыуҙыра, клиенттар тәҡдим ителгән хеҙмәттәр менән таныша, предприя­тие­ның мөмкинлектәре тураһында фекер туплау мөмкинлеге ала. Коронавирус менән бәйле хәл интер­нетҡа күсеүҙең көнүҙәклеген, бизнесты үҫтереүҙең һөҙөмтәле ысулы булыуын асыҡ күрһәтте”, — ти Башҡортостандың Эшҡыуар­лыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Белгестәр йүнселдең теләктәрен иҫәпкә алып, сайттың дизайнын эшләйәсәк. Уйланылған контент маҡсатлы аудиторияны йәлеп итергә, клиенттар базаһын киңәйтергә, интернет-маркетингтың төрлө ҡоралдарын файҙаланырға ярҙам итәсәк. Һөҙөмтәлә предприятиеның сауҙа әйләнеше артыуы күҙәтеләсәк. Проектта ҡатнашыу өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың берҙәм реестрына инергә, республика биләмәһендә эшмәкәрлек алып барырға кәрәк.

“Минең бизнесым” үҙәге шулай уҡ компания логотибын эшләү, электрон ҡултамға алыу, стандартлаштырыу, сер­тификатлау, рөхсәт, патентлау йәһәтенән документ­тарҙы теркәү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башлан­ғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы раҫланған һәм бизнесҡа башланғыс идеянан алып киңәйтеүгә, экспортҡа тиклем үҫештең бөтә этаптарында ла ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас