

“Башҡортостанстат” хәбәр итеүенсә, сентябрь айында аҙыҡ-түлеккә хаҡтың 1,3 процентҡа артыуы теркәлгән.
Сентябрҙә иң һиҙелерлек булып картуфҡа хаҡ артҡан. Әле генә ихаталарҙа һәм баҫыуҙарҙа ҡаҙылып алыуға ҡарамаҫтан, уның хаҡы 13 процентҡа күтәрелгән. Йомортҡаға хаҡтар шулай уҡ – 8,9 процентҡа, макаронға – 3,6 процентҡа, емеш-еләккә – ике процентҡа, ит продукцияһына – 1,7 проценттан 4,6 процентҡаса, һөткә 1,2 процентҡа артҡан.
Шул уҡ ваҡытта йөҙөмгә хаҡтар – 14,6 процентҡа, кәбеҫтәгә, сөгөлдөргә һәм кишергә – 9,9 процентҡа, балыҡҡа – 3,9 процентҡа, алмаға 2,1 процентҡа кәмегән.
Көҙҙөң тәүге айында автомобиль шиндары – 8,4 процентҡа, газ яғыулығы – 3,9 процентҡа, автомобилдәр – өс процентҡа, мебель – 2,4 процентҡа, электр тауарҙары, көнкүреш техникаһы, аяҡ кейеме 1,7 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш материалдары – 2,8 процентҡа, телевидение һәм радио продукцияһы бер процентҡа кәмегән.
Хеҙмәттәргә килгәндә, сентябрҙә физик тәрбиә һәм спорт хеҙмәттәре ҡиммәтләнгән – 2,2 процентҡа, шәхси мәктәптәрҙә белем алыу – 14,3 процентҡа, колледждарҙа – дүрт процентҡа, сит телдәр курстарында 8,5 процентҡа хаҡ артҡан. Әммә поезда йөрөү – 13,2 процентҡа, авиабәйләнеш – 12,9 процентҡа, ҡунаҡханала йәшәү – 6,5 – 18,8 процентҡа, шифаханаларға юлламалар – 5,8 процентҡа һәм дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттарында уҡыу 3,6 процентҡа арзанайған.
Лилиә НУРЕТДИНОВА