

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы 2014 йылдан уңышлы тормошҡа ашырыла һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын билдәләй. Ул иң киҫкен социаль проблемаларҙы тиҙ арала асыҡларға, хәл итергә мөмкинлек бирә.
Башҡортостан Хөкүмәте ағымдағы йылда республикала был эштең операторы итеп Ғилми-белем биреү үҙәгенең Граждандар башланғыстарын өйрәнеү буйынса үҙәген тәғәйенләне. Уның директоры Лира Ишкилдина билдәләүенсә, был программа — республика ҡаҙнаһының финанс ресурстарын, муниципалитеттарҙың бюджеттарын, физик шәхестәрҙең һәм ойошмаларҙың аҡсаһын берләштерергә, уларҙы социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкинлек биргән механизм.
Программа граждандарҙы урындағы әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләрҙе яйға һалыуға туранан-тура йәлеп итеү концепцияһына һәм, атап әйткәндә, бюджет аҡсаһының бер өлөшөн муниципаль, төбәк кимәлендә тотоноуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен һайлауға, шулай уҡ артабан был ҡарарҙарҙың үтәлешенә мониторинг уҙғарыуға нигеҙләнә.
Программа халыҡтың йыйылыштарҙа үҙаллы билдәләгән мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Күп фатирлы йорттарҙың резиденттары, йорт хужалары ширҡәттәре, урам комитеттары, советтар проект инициаторы була ала.
Башланғыстар үҙ биләмәләрендә йәшәүселәрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелергә һәм һыу менән тәьмин итеү, ауыл эсендәге юлдар, бәләкәй күперҙәр, мәҙәниәт йорттары, яҡтыртыу, йәшелләндереү, балалар өсөн майҙансыҡтар, спорт майҙансыҡтары һ.б. объекттарға бәйле булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта граждандар проблемаларҙы асыҡлауҙа, башланғыстар әҙерләүҙә генә түгел, ә һайлап алынған проектты берлектә финанслауҙа, тормошҡа ашырыуҙы күҙәтеүҙә лә ҡатнаша.
Программала ҡатнашыуға ғаризаларҙы конкурс аша һайлау Башҡортостан Хөкүмәтенең 2017 йылдың 19 апрелендәге 168-се “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урындағы башланғыстар нигеҙендә йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында”ғы Указы менән көйләнә.
Ағымдағы йылдың 10 ноябренән республика муниципаль берәмектәре вәкилдәре өсөн программа эксперттары һайлап алыу конкурсында ҡатнашыу буйынса семинарҙар үткәрәсәк. Уға ғаризалар 2022 йылдың 12 апреленә тиклем ҡабул ителәсәк, ә уларҙы баһалау һәм алдан рейтингтар булдырыу 2022 йылдың апрель аҙағына тиклем барасаҡ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА