Иҡтисад
9 Ноябрь 2021, 10:52

Табыныбыҙҙағы төп ризыҡ ул

Республиканың 37 районында 91 хужалыҡ уны үҫтерә.

Студент саҡтарҙа колхоздарға сығып, бер-ике ай самаһы баҫыуҙарҙа ылау-ылау был йәшелсә ҡаҙыла ине. Шәхси ихаталарҙа ла уны күп үҫтерҙеләр. Ул саҡта һуғыш ауырлығын үҙ иңендә татыған быуын картуфтың аслыҡтан ҡотҡарғанын һәйбәт белә ине. 90-сы йылдарҙа илдә көрсөк башланып, магазин кәштәләре бушап ҡалғас та, хужабикәләр ошо йәшелсәне төрләндереп, юҡлыҡты балаларға күрһәтмәҫкә тырышып үткәреп ебәрҙе. Һуңғы йылдарҙа иһә республикала ғына түгел, бөтә илдә картуф майҙандары кәмене.

 

Үҫтереүе еңелме?

 

Ауыл хужалығы предприятиелары, “икенсе икмәк”те үҫтереү ҡыйбатҡа төшә, махсус техника етмәй, йәшелсә һаҡлау баҙҙары иҫкерҙе, тип һылтай. Шәхси ихаталарҙа иһә хужалар “картуф ваҡланды, уңыш юҡ” ти. Ә баҙарҙа иһә ситтән, хатта Мысырҙан килтерелгән картуфтың күләме артҡандан-артты. Әле ун йыл элек кенә Рәсәйҙәге ауыл хужалығы предприятиелары картуфты ни бары 17 мең гектар майҙанда ултыртһа, бөгөн был һан күпкә артҡан һәм 350 мең гектарға етә.

Быйыл иһә ҡоролоҡ бәкәлгә һуҡты. Был хәлдең һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәне – йәшелсәгә, айырыуса картуфҡа, хаҡтар бермә-бер артты. Белгестәр билдәләүенсә, был – әле бәләнең башы ғына. Яҙға ҡарай “икенсе икмәк” тағы ла ҡыйбатланасаҡ.

Тәү ҡарамаҡҡа, картуф үҫтереү еңел кеүек: яҙын бер көрәк тәрәнлеккә сәстең, йәй уртаһында сүбен утап кәтмәнләнең дә, көҙ еткәс, ҡаҙып алдың. Баҙға төшөрөп ҡуяһың да ҡыш буйы ашайһың. Шулай ҙа, ергә эйелмәһәң, рәхмәт әйтмәй ул. Картуф та ҡарауҙы ярата. Иң мөһиме – уның уңышы сорттың һәйбәт булыуына бәйле.

Әлеге мәлдә йыл һайын республикала 850 мең тонна картуф йыйыла. Иң эре етештереүселәр – Өфө районындағы “Алексеевка” совхозы, Күгәрсендәге “Тәүәкән” совхозы, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Шишмә, Мәләүез районындағы хужалыҡтар. Ҡоролоҡ арҡаһында уңыш маҡтанырлыҡ түгел – гектарынан 144-әр центнер алынған. Республиканың 37 районында йәмғеһе 91 хужалыҡ картуф үҫтереү менән шөғөлләнә.

Шәхси ихаталарға килгәндә, һуңғы йылдарҙа ауыл халҡынан бер фекерҙе йыш ишетергә тура килә: “Картуфты аҙ ултыртабыҙ, сөнки уңмай”. Ысынлап та, халыҡ әле уны, бынан 20-30 йыл элекке ваҡыт менән сағыштырғанда, күпкә әҙерәк ашай. Был тәбиғи: бөгөн магазин кәштәләрендә башҡа аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Хатта ҡыш уртаһында ҡыяр-помидор кеүек йәшелсәне йәнең теләгән ваҡытта һатып алыу мөмкинлеге бар, башҡа йәшелсә, еләк-емеш тә тулып ята. Диетологтар ҙа, “картуф – һаулыҡҡа зыян килтергән ризыҡтың береһе”, тип лаф ора. Шуға ла саҡ ҡына ситтәрәк тороп ҡала. Әммә, картуфтың уңмауына килгәндә, белгестәр бының сәбәбен аныҡ аңлата. Мәҫәлән, Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе урынбаҫары Радмир Миһранов билдәләүенсә, йыл да бер урынға картуф сәсеү, сорттарҙы алмаштырмау ошондай һөҙөмтәгә килтерә.

– Тәү сиратта, ерҙе һауыҡтырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Сидераттар ултыртыу, ашламалар индереү мөһим. Иң яҡшыһы – ерҙе лаборатория шарттарында тикшереп алыу. Артабан инде картуфтың сортын алмаштырыу. Орлоҡ бүлбеләрен бары тик ышаныслы етештереүсенән алһағыҙ, биш-алты йылға үҙегеҙҙе һау һәм яҡшы уңыш биргән картуф менән тәьмин итәсәкһегеҙ. Юғары сортлы орлоҡ ҡына мул уңыш бирәсәк, – ти ул.

 

Ихтыяжды иҫәпкә алырға кәрәк

 

Былтыр пандемия осоро илдең ҡайһы бер төбәктәрен оло һынау алдына ҡуйҙы – баҙар һәм магазин кәштәләрендә йәшелсәгә ҡытлыҡ булды. Дөйөм алғанда, был ауыр осор күп төбәктәргә йәшелсә, еләк-емеш үҫтереүҙе тергеҙергә кәрәклеген дәлилләне.

Быйыл йәшелсә баҙарында хәл нисек икән һуң? Мәҫәлән, Мари Иле Республикаһы йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү буйынса алдынғылар рәтендә килә. Айырыуса кәбеҫтәне күпләп ултырталар бында. Былтыр күмәртәләп һатыусыларға уның килограмын 3,5 һум менән бирһәләр, бөгөн уның хаҡы – хатта күмәртәләп һатҡан осраҡта ла 25 һум!

Белгестәр билдәләүенсә, йәшелсә баҙарында хаҡтарҙы ҙур агрохолдингтар билдәләй һәм уларҙы ошондай кимәлдә тотоу отошло. Мәҫәлән, картуфты иң күп етештергән Брянск өлкәһе уны туранан-тура Мәскәүгә тоҡтарҙа ебәрә. Баҫыуҙа уҡ тоҡҡа тултырылған картуфтың килоһы 33 – 35 һум тәшкил итә. Ошондай уҡ хаҡты Тула, Ярославль, Владимир өлкәләрендә лә тоторға тырышалар. Хәл артабан да шулай барһа, Яңы йыл байрамдарына тиклем картуфтың килоһы 100 һумға етер, тип фаразлай белгестәр.

Башҡортостанда был йәһәттән хәл башҡасараҡ: картуфты һаҡларға урын бар, картуфсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтар ҙа етерлек. Тик улар быйыл ҡоролоҡ арҡаһында уңыштың яртыһын тиерлек баҫыуҙа юғалтҡан. Был тәү сиратта дымдың булмауына бәйле. Апрелдең аҙағынан авгусҡа тиклем күпселек райондарҙа ямғыр яуманы. Һибәләгән осраҡта иһә бары тик ер өҫтөн сылатып ҡына үтте.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала йыйылған уңыш быйыл яҙға тиклем етәсәк. Ләкин уның хаҡы, башҡа йылдағылар менән сағыштыр­ғанда, юғарыраҡ буласағын әле үк төҫмөрләргә була. Шулай ҙа республикала сорттарҙы яңыртыуға ҙур иғтибар бүленгәнен билдәләге килә. Башҡортостан ауыл хужалығы дәүләт университеты, Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы, Башҡортостан ғилми-тикше­ренеү институты, бер нисә ҙур хужалыҡ сорттарҙы күбәйтеү, һауыҡтырыу, яңы­ларын индереү өҫтөндә уңышлы эшләй. Дәүләт реестрына йәмғеһе 60-тан ашыу картуф сорты индерелгән, әммә уларҙың ни бары бишәүһе генә киң ҡулланыуҙа.

Бөгөн иһә картуф һатып алыу­сы­ларҙың талабы ла бер ни тиклем үҙ­гәрҙе. Тәү сиратта күмәртәләп һатып алыусылар тураһында кәлимә һүҙ. Магазин кәштәләрендәге ярымфабрикат­тарҙа картуф киң ҡулланыла. Иҙелеп барған, ҡарайған картуфты улар алмаясаҡ. Тимәк, уларға оҙонса булған, эсе һары, ярмаланмаған һәм турағандан һуң формаһын һаҡлаған сорттар кәрәк. Тик шуларҙан ғына өсбосмаҡ, ваҡбә­лештәр матур һәм тәмле килеп сығасаҡ.

Ә бына балаларҙы туҡландырыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың талабы бөтөнләй икенсе. Иҙелгән картуфты балалар баҡсаһында ла, мәктәптәрҙә лә яратып ашайҙар. Был аҙыҡты бешерер өсөн ашнаҡсыларға ярмалана торған, һары төҫлө картуф кәрәк. Билдәле сауҙа ойошмаларына чипсы һәм фри өсөн дә картуфтың айырым сорты талап ителә. Ул оҙонса һәм усҡа һыймалы булырға тейеш. Бындай картуфты таҙартыуы уңайлы. Ҙур күләмдәр менән эшләгән ойошмалар өсөн был мөһим.

Ябай хужабикәләргә ниндәй картуф кәрәк һуң? Ауыл халҡы, картуфын ҡаҙып алып, баҙға тултыра ла ҡыш буйы рәхәтләнә. Ә ҡалала йәшәгәндәрҙең шәхси баҙы юҡ. Улар хәҙер кибеттәрҙән 5 – 10 килограмлы тоҡтарҙағы йыуылған картуфҡа өҫтөнлөк бирә.

Шулай итеп, картуфсылыҡ менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы предприятиеларына, заман менән бергә атлап, һатып алыусының ихтыяжын иҫәпкә алып эшләргә кәрәк.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас