

Бөгөн Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетында "Росреестр"ҙың төбәк идаралығы тарафынан республика район һәм ҡалаларының бизнес-шерифтары өсөн видеоконференция рәүешендә кәңәшмә үткәрелде. Ул күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты электрон юл менән теркәү буйынса хеҙмәттәргә арналды.
Сара барышында бизнес-шерифтар менән "Росреестр"ҙың электрон хеҙмәттәрен киң таратыу тураһында килешелде. Был, һис шикһеҙ, Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртасаҡ, сөнки теркәү ваҡытын ҡыҫҡартыу мөмкинлеге бирә.
– Бизнесты уңышлы алып барыу өсөн күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ алыуҙы тиҙләтеү мәсьәләһе бик мөһим. Электрон сервистарҙы файҙаланған хәлдә республикала ғаризаларҙы ҡабул итеү һәм таныҡлыҡ биреү ваҡыты ике эш көнөнән дә артмай. Юридик берәмектәр тарафынан бирелгән ғаризалар араһында электрон документтар былтыр 32 процент тәшкил иткән булһа, быйыл – 41 процент тирәһе. Әлеге һанды тағы ла арттырыу йүнәлешендә эшләйәсәкбеҙ, – тине "Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: октябрь айында Башҡортостанда инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисында ҡатнашыусылар "Росреестр"ҙың дәүләт хеҙмәттәрен онлайн форматына күсереү мәсьәләһен тикшергәйне. Унда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында "Росреестр"ҙың төбәк идаралығы өйрәтеү саралары үткәрәсәк. Был эшмәкәрлеккә республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, йүнселдәрҙең эре йәмәғәт ойошмалары, бизнес-шерифтар, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары ла ҡушылған.
Әле үк "Росреестр"ҙың төбәк идаралығы халыҡты өйрәтеү ниәтендә Telegram-канал асҡан, уның аша һәр кем электрон документтар ебәреү буйынса консультация алыу мөмкинлегенә эйә. "Росреестр"ҙың сайтындағы шәхси кабинет ярҙамында бөтә хеҙмәттәрҙе лә теләгән мәлдә файҙаланырға була, тине идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары.
Фото: pravitelstvorb.ru