Иҡтисад
10 Ноябрь 2021, 15:00

Контрагенттарҙы тикшереү функцияһы булдырыла

"Ойошмалар йыш ҡына был мәсьәләгә, артыҡ ваҡытты ала тип, етди иғтибар бүлмәй".

Контрагенттарҙы тикшереү функцияһы булдырылаКонтрагенттарҙы тикшереү функцияһы булдырыла
Контрагенттарҙы тикшереү функцияһы булдырыла

Башҡортостандың конкуренция сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты "Аҙ күләмдә һатыу агрегаторы" системаһында эшләгән ташыусылар араһында аноним һорау алыу үткәрҙе.

"Контрагенттарҙы һайлауҙа иғтибарлы булыу мөһим - был тема көнүҙәклеген юғалтмай. Йыш ҡына ойошмалар был мәсьәләгә, артыҡ ваҡытты ала тип, етди иғтибар бүлмәй. Әлеге һорау алыу "Аҙ күләмдә һатыу агрегаторы" менән "Контур.Фокус" контрагенттарҙы тикшереү сервисын интеграциялау кәрәклеген асыҡлау мөмкинлеген бирҙе", - ти дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

Анкета һөҙөмтәләренән күренеүенсә, ҡатнашҡандарҙың алтмыш проценты мәғлүмәт системаһына яңы функционал индерергә кәрәк тип һанай. Респонденттарҙың 45 проценты билдәләүенсә, уларҙың сервис ярҙамында йылына унға тиклем контрагентты тикшерергә теләге бар, 35 процентының иһә - иллегә ҡәҙәр.

"Контур.Фокус" биргән мәғлүмәттәр республика эшҡыуарҙарына контрактация ваҡытында хәүефте кәметергә, шулай уҡ намыҫһыҙҙарҙан һаҡланырға ярҙам итәсәк.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53348

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас