

Башҡортостандың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ВКС тәртибендә республика заказсылары һәм тәьминәтселәре өсөн “Ойошмаларҙың айырым төрҙәре ихтыяжы өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу тураһындағы ҡануниәттә яңы үҙгәрештәр” тигән темаға семинар үткәрҙе.
– Быйыл 1 октябрҙән 223-сө Федераль закон буйынса айлыҡ отчетты тапшырыуҙа яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде. Һатып алыуҙа ҡатнашыусылар яңылыҡтарҙы һәр саҡ белеп барһын өсөн дәүләт комитеты ошондай семинарҙарҙы дауам итә, – тине Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.
Ведомство белгестәре яңы талаптарға ярашлы айлыҡ отчетты төҙөү тәртибен аңлатты, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан тауар һатып алыуҙы ойоштороу йәһәтенән кәңәш бирҙе, суд һәм административ практика миҫалында ошо өлкәлә йыш осраған хаталарҙы билдәләне.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php