

Бөгөн Йылайыр районы үҙәге ғәйәт ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. "Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы мөхит булдырыу" Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә Йылайыр ауылының Ленин урамы төҙөкләндерелә. Әле унда юл япмаһы яңыртыла, тротуар плитәһе түшәлә, заманса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыла һәм ял итеү урындары әҙерләнә. Шулай уҡ урамда күҙәтеү камералары, яңы юл тамғалары ҡуйыу эштәре бар әле.
Урындағы халыҡ тарихи урамдың төҙөкләндерелеүен күптән көттө. Тағы ла Башҡортостан буйынса ауылдарҙы комплекслы үҫтереү программаһы эшләп килә. Ошо йүнәлештә Йылайыр ауылында ла үҙәк һыу үткәргесе яңыртыла, ҙур эштәр башҡарыла. 70-се йылдарҙа һалынған торбаларҙың 90 проценты эшлектән сыҡҡан.
Был проект сиктәрендә Йылайыр ауылында 33 саҡрым оҙонлоғондағы яңы торбалар һалынасаҡ. Проектҡа ярашлы, эш йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ.
Фото һәм сығанаҡ: Илфира Аҡҡужина.