Иҡтисад
11 Ноябрь 2021, 11:50

Яңы техника ярҙамға килә

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм эшкәртеү эшендә яңы евроконтейнерҙар алына, сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөлә, заман талаптарына яуап биргән сүп ташыған махсус машиналар һатып алына.

Яңы техника ярҙамға киләЯңы техника ярҙамға килә
Яңы техника ярҙамға килә

Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын камиллаштырыу - иң көнүҙәк темаларҙың береһе. Шуға күрә төбәктә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә яңы евроконтейнерҙар алына, сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөлә, заман талаптарына яуап биргән сүп ташыған махсус машиналар һатып алына. Төбәк операторҙары автопаркты тулыландырыу буйынса маҡсатлы эш алып бара.

Ошо көндәрҙә  баш ҡаланың «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус хужалыҡ» идаралығының автотранспорт паркы йәнә тулыланды: "МАЗ" автомобиль базаһында сүп-сар ташыу өсөн бөтәһе биш яңы техника һатып алынды. Яңы "МАЗ"дар тышҡы күренеше менән генә түгел, ә арбаһының яңы талаптарға яуап биреүе, уңайлыҡтары менән дә элеккеләренән айырылып тора. Яңы конструкция шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарының ҡойолмауын тәьмин итеүҙе күҙ уңында тотоп төҙөлгән.

Машина асҡыстарын тапшырып, Өфө ҡала башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин баш ҡала өсөн яңы коммуналь техника алыныуының бик мөһим икәнлеген билдәләп үтте. 

- Беҙ даими рәүештә автопаркты яңыртып торабыҙ, махсус техника, контейнерҙар һатып алабыҙ. Халыҡтан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса эште мөмкин тиклем яҡшыраҡ башҡарырға тырышабыҙ. Бөтә техникалар ҙа ГЛОНАСС юлдаш системаһы менән күҙәтелә, логистик хеҙмәттәр һәм белгестәр тарафынан көн һайын сүп-сар йыйыу, ташыу һәм сығарыу графигы онлайн режимда күҙәтелә, - ти идаралыҡ етәксеһе Рөстәм Халиҡов.

Әйткәндәй, бөгөн республикала төбәк операторҙарҙың паркында 800 берәмек техника иҫәпләнә.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин да "заманса махсус техникалар миллионлы ҡалала атмосфера һауаһының бысраныуына юл ҡуймаҫ, тирә-яҡ мөхиткә көслө техноген баҫымды кәметергә булышлыҡ итер" тине.

Башҡортостан Республикаһы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса төбәк операторҙарҙың мөрәжәғәттәрен һәр саҡ хуплай. Һуңғы ике йылда ғына уларға 76 берәмек техника алыу өсөн 50 миллион һумлыҡ субсидия бирелгән. Былтыр "Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын камиллаштырыу" федераль проектының "Экология" милли проекты сиктәрендә 341 миллион һум аҡса бүленгән.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53359




 
Автор:Карима Усманова
Читайте нас