

Кисә, 11 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар ҡаралды.
“Кориб” компанияһының генераль директоры Олег Коробченко Благовар районында ауыл хужалығы һәм коммуналь техниканы хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәге булдырыу проектын тәҡдим итте. Унда шулай уҡ йөк машиналарын ремонтлаясаҡтар.
Инвестор буш торған ангарҙы төрлө машиналарҙы ремонтлау өсөн яңынан йыһазландырыу һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу өсөн 115 миллион һум аҡса һалырға планлаштыра. Үҙәктә 30 кеше эшләйәсәк.
Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә бизнес-план эшләнгән һәм техниканы хеҙмәтләндереүгә заказсылар була алырҙай республика компаниялары менән һөйләшеүҙәр үткәргәндәр.
Һөйләшеүҙәр барышында проект өҫтөнлөклө статусын алды һәм уларға һалым ташламалары ла буласаҡ.
“Мобиль ТелеСистемалар” ойошмаһының республика филиалы директоры Егор Фисюк Өфө районында мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү буйынса EDGE-үҙәк төҙөү пландары менән уртаҡлашты.
Уның белдереүенсә, компания илдең төрлө төбәктәрендә ошоноң ише үҙәктәр төҙөй. Улар предприятиелар һәм ойошмалар өсөн ҙур күләм мәғлүмәт эшкәртә. Объектты төҙөү киләһе йылда башланасаҡ. Уның дөйөм хаҡы – 800 миллион һум.
Ярҙам булараҡ проектҡа өҫтөнлөклө статусы һәм һалым ташламалары бирелде. Шулай уҡ инвесторҙың инженер инфраструктураһын булдырыу сығымдарының бер өлөшө ҡапланасаҡ.
Өфө районында автотрактор техникаһы һәм ҡорамалдарҙы сертификациялау өсөн һынау лабораторияһы булдырыу проекты тураһында “Башдизель” компанияһы идарасыһы Андрей Неговора һөйләне.
Яңы машиналарҙы етештереүҙә файҙаланған һәм модернизациялаған саҡта хәүефһеҙ эксплуатациялау өсөн уларҙы техник регламенттарға яраҡлығын тикшерергә кәрәк. Башҡортостанда бындай мөмкинлек юҡ, шуға күрә предприятиелар Мәскәү йәки Түбәнге Новгородҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр.
– Республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар менән Ауыл хужалығы министрлыҡтары, төбәк стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге, Башҡортостандың дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы белгестәре менән кәңәшләшкәндән һуң, беҙ сертификацияның иң кәрәкле йүнәлештәрен билдәләнек, – тине Андрей Неговора. – Проектты тормошҡа ашырыу өсөн “Башдизель” предприятиеһының етештереү майҙансыҡтарын һәм һынау ҡорамалдары линейкаһын киңәйтергә йыйынабыҙ.
Инвестицияларҙың дөйөм майҙаны 105 миллион һум тәшкил итә. Бында 20 эш урыны булдырыласаҡ. Предприятие майҙансығында бөгөндән биналарҙы ремонтлағандар һәм ҡайһы бер ҡорамалдар һатып алғандар.
– Техниканы газ-мотор яғыулығына кисереү буйынса ҙур пландарҙы тормошҡа ашырған республика өсөн был проект, әлбиттә, бик көнүҙәк. Беҙ уны тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар проектҡа өҫтөнлөклө статусы биреү һәм ҡорамалдар һатып алыу сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауҙы раҫланы.
Предприятиены үҫтереү өсөн Өфө районы “Нижегородский” индустрия паркы биләмәһендә тағы бер майҙан табып биреүҙә ярҙам итәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.