

Бөгөн, 12 ноябрҙә, Хөкүмәт йортонда иҡтисади блок хеҙмәткәрҙәренә һөнәри байрамдары – Иҡтисадсы көнө айҡанлы дәүләт наградалары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Алдынғыларҙы Премьер-министр Андрей Назаров менән беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов тәбрикләне.
Андрей Назаров билдәләүенсә, иҡтисад дәүләттең барлыҡ тормошто тәьмин итеү өлкәләрен үҙ эсенә ала, йәмғиәттең именлеге уның торошона туранан-тура бәйле.
"Бөгөн Башҡортостанда барған ыңғай үҙгәрештәрҙе иҡтисадсылар эшенән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Улар ҡатнашлығында республикала сәнәғәт, сауҙа үҫешә, яңы торлаҡ төҙөлә, ҡала-ауыл биләмәләре төҙөкләндерелә, инвестициялар йәлеп ителә һәм яңы эш урындары булдырыла. Хөкүмәт алдына идара итеүҙең, яңы стратегик планлаштырыуҙың заманса алымдарын индереү буйынса ҙур бурыстар ҡуйылған. Был эшмәкәрлектең йомғағы булып иҡтисади үҫеш торорға тейеш", – тине Андрей Назаров.
Рөстәм Моратов белдереүенсә, бөгөн Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы - төбәктең иҡтисади көн тәртибе хедлайнеры.
"Уның республика ведомстволары менән командала эшләүе арҡаһында федераль аренала Башҡортостан мөһим ҡаҙаныштарға өлгәште. Мәҫәлән, 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс булыу йәһәтенән Милли рейтингта бишенсе урын яуланы - дүрт позицияға күтәрелә алды. Бөгөн министрлыҡ алдында шулай уҡ мөһим бурыстар тора, иҡтисадты артабан үҫтерергә кәрәк. Был көслө идеялар һәм алға ынтылышлы үҫеш проекттары талап итә", – тине Рөстәм Моратов.
Уның белдереүенсә, республика ғына түгел, илебеҙ өсөн дә яңы, үҙенсәлекле башланғыстар һәм үҫеш инструменттары пулы эшләнгән. Был - Сауҙа йорто булдырыу, “әҙер ҡарарҙар магазины” механизмы аша төбәккә инвесторҙар йәлеп итеүҙең яңы форматы, “Евразия иҡтисади үҙәге” комплекслы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу һәм башҡалар.
Быйыл республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығына 30 йыл тулды. Бөгөн уның командаһында 106 хеҙмәткәр төрлө йүнәлеш буйынса эшмәкәрлек алып бара.
Дәүләт кимәлендә Иҡтисадсы көнө 2015 йылда илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы бойороғо нигеҙендә барлыҡҡа килгән.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53440
Фото: Хөкүмәт сайты.