Иҡтисад
12 Ноябрь 2021, 15:20

Ниәттән ғәмәлгә тиклем

Үҫеш корпорацияһы инвестиция проекттарын бөтә этаптар буйынса комплекслы етәкләү менән шөғөлләнә. Улар инвесторҙарға консультация бирә, иң отошло юлдарҙы тәҡдим итә, майҙансыҡтарҙы һайларға ярҙамлаша.

Ниәттән ғәмәлгә тиклемНиәттән ғәмәлгә тиклем
Ниәттән ғәмәлгә тиклем

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһында инвестиция проекттары буйынса быйыл башҡарылған эшкә йомғаҡ яһанылар. Ведомство менеджерҙары тарафынан йыл башынан алып 67 проект ҡабул ителгән. Һөҙөмтәлә бөгөн Үҫеш корпорацияһы ҡарамағында 91 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың билдәләнгән дөйөм күләме 61 миллиард һум тирәһе тәшкил итә һәм 5528 яңы эш урыны булдырыу күҙ уңында тотола.

– Беҙҙең команда проекттарҙы бөтә этаптар буйынса комплекслы етәкләү менән шөғөлләнә: ниәттән ғәмәлгә ашҡанға тиклем. “Бер тәҙрә” режимында эшләйбеҙ, инвесторҙарға консультация бирәбеҙ, иң отошло юлдарҙы тәҡдим итәбеҙ, майҙансыҡтарҙы һайларға ярҙамлашабыҙ, тағы ла бик күп хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ, – тип һөйләне Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Үҫеш нөктәләрен баһалау, перспективалы инвестиция майҙансыҡтары тураһында көнүҙәк мәғлүмәттәр алыу маҡсатында ведомство тарафынан республиканың район һәм ҡалаларындағы бизнес-шерифтар менән онлайн-осрашыуҙар үткәрелгән. Корпорация етәксеһе бөгөнгәсә муниципалитеттарҙағы 56 вәкил менән аралашҡан.

Инвесторҙарҙы ла майҙансыҡтар менән онлайн форматында таныштырыу яйға һалынған, Корпорация белгестәре виртуаль тур концепцияһын эшләй башлаған. Тиҙҙән улар тейешле урынға бармайынса ғына төрлө майҙансыҡтарға һәм күсемһеҙ милек объекттарына техник һәм инфраструктура йәһәтенән баһа бирә аласаҡ.

 

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас