

“Урал урманы” компанияһы Башҡортостанда урман әҙерләү тармағында дөйөм суммаһы 5 миллиард һум булған инвестиция проекттары пулы әҙерләй. Был башланғысты улар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында тәҡдим итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда “Урал урманы” компанияһы эшмәкәрлеге мөмкинлектәрен “Сәнәғәт сәғәте"ндә ҡарағайнылар. Унда һүҙ банкрот тип танылған “Башлеспром” холдингы ойошмаларын финанс яҡтан һауыҡтырыу һәм сәнәғәт эшмәкәрлеген тергеҙеү тураһында барғайны.
Ултырышта ҡатнашыусыларға тәҡдим ителгән беренсе проектҡа ярашлы, компания Өфө фанера комбинаты майҙансығында ҙур форматлы фанералар әҙерләү комплексы төҙөргә йыйына. Унда йылына 80 мең куб метрға тиклем тауар етештерергә планлаштыралар. Проектҡа һалынасаҡ дөйөм инвестиция күләме – 3,5 миллиард һум.
Икенсе башланғыс – Нефтекама ҡала округына ингән Әмзә ҡасабаһында урман бысыу етештереүе ойоштороу. Был проектҡа 1,6 миллиард һум аҡса һаласаҡтар һәм 250 яңы эш урыны булдырасаҡтар.
Бынан тыш инвестор сеймал базаһын булдырыу маҡсатында үҫентеләр үҫтереү өсөн ике питомник асырға планлаштыра.
“Инвестиция сәғәтендә” ҡатнашыусылар проекттарға өҫтөнлөклө статусы биреүҙе хупланы. Шулай уҡ инвесторҙың урман әҙерләү техникаһын алыуға сығымдарының бер өлөшө ҡапланасаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.