

Республикала өс йыл рәттән “Башҡорт ихаталары” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән Учалыла ла ғәмәлгә индерелә.
Уртаҡ эш
– Быйыл планға алынған 140 ихатаны комплекслы төҙөкләндереүҙе тиҙҙән тамамлаясаҡбыҙ. Программаның 99 проценты үтәлгән. Асфальт түшәү, йәшелләндереү, яҡтыртҡыстар ҡуйыу кеүек эштәр тулыһынса тамамланған. Объекттар ваҡытында ҡулланыуға тапшырыласаҡ, – тип программаның үтәлеше тураһында бәйән итте БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев күптән түгел Хөкүмәттә уҙғарылған кәңәшмәлә.
2019 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән программа республика биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, йорт янындағы биләмәлә уңайлы мөхит булдырыу маҡсатын күҙ уңында тота. Дөйөм алғанда, биш йылда программа буйынса өс мең самаһы биләмә яңырасаҡ тип күҙаллана.
Мөһим сараға Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәкселек итә. Ә программаны тормошҡа ашырыу өсөн эштәргә заказ биреүсе булараҡ, муниципаль берәмектәр яуаплы.
Сығымдарҙың төп өлөшөн республика бюджеты үҙ өҫтөнә ала. Барлыҡ эштәр хаҡының 94 процентын – республика, 5 процентын муниципалитет ҡаплай. Ҡалған бер процент өсөн халыҡ үҙе түләй. Бында ҡаҙна аҡсаһын экономиялау тураһында һүҙ бармай, төп маҡсат – халыҡты дөйөм эшкә йәлеп итеү. Республикала уңышлы тормошҡа ашырылған “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында тупланған тәжрибәнән күренеүенсә, беренсенән, кешеләр нимәне төҙөкләндерергә кәрәклекте үҙҙәре хәл итә. Икенсенән, улар уртаҡ эшкә мөмкин булғанса өлөш индерһә, милеккә ҡараш бөтөнләй башҡаса була.
Йыл һайын программала ҡатнашыусылар һайлап алына. Урындағы хакимиәттәр ниндәй ихатаның төҙөкләндереүгә нығыраҡ мохтаж булыуын иҫәпкә алып эш итә.
Танырлыҡ түгел
Учалыла ла ихаталарҙы төҙөкләндереү һуңғы йылдарҙа йылдам бара. Быға тиклем “Уңайлы ҡала мөхите”, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программалары буйынса байтаҡ эш башҡарыла.
– “Башҡорт ихаталары” ярҙамында төҙөкләндереүгә объекттар халыҡтың ғаризаһына таянып билдәләнә. 2019 йылда ҡалала күп фатирлы 17 йортҡа ҡараған ете ихата яңы төҫ алды. Былтыр Тыныслыҡ һәм Тәүтөҙөүселәр урамдарында урынлашҡан 145 фатирҙан торған ике йорт ихаталары яңыртылды. Халыҡтан килгән ғаризаларҙы иң тәүҙә йәмәғәт-административ комиссияһы ҡараны. Комиссия йорт ихаталарының торошон, урындың үҙенсәлеген ҡарап, төҙөкләндереү кәрәклеген билдәләне һәм биләмәне “Башҡорт ихаталары” программаһына индереү ҡарарын раҫланы.
Һуңынан фатир хужаларының дөйөм йыйылышында ихатаны төҙөкләндереү проект-дизайнын ҡарап, эштәр исемлегенән иң кәрәкле тип һаналғандарын һайлап алды. Был тәҡдимдәр ҡаралғандан һуң, муниципаль берәмек белгестәре проектҡа техник задание билдәләне. Норматив документтар талаптарына тулыһынса яуап биргән проекттар ғына граждандар ҡарарына ҡабат сығарылды һәм раҫланды, – тип программаны ғәмәлгә ашырыу барышы менән таныштырҙы ҡала биләмәһе башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Луиза Панферова.
Бөгөн төҙөкләндерелгән ихаталарҙы танырлыҡ та түгел. Уларҙа резина япмалы балалар майҙансыҡтары, уйын һәм спорт ҡорамалдары, эскәмйәләр, урналар урынлаштырыла, автомобилдәрҙе ҡуйыу урындары, ихата юлдары киңәйтелә, бордюрҙар алмаштырыла, мәғлүмәт стендтары, тышҡы яҡтылыҡ, видеокүҙәтеү булдырыла, ҡайһы бер ихаталарҙа ваҡ формалағы архитектура ҡоролмалары ҡуйыла.
– Төрлө эште төрлө подрядсы башҡарҙы. Һәр береһе иңдәренә алған бурыстарын ваҡытында һәм еренә еткереп атҡарырға тырышты. Йорттарҙа йәшәгәндәр әүҙемлек күрһәтеп, һәр эште контролдә тотто, – тине Луиза Радмил ҡыҙы.
Әүҙемдәр булдыра
Анастасия Минһажева Учалы ҡалаһында тыуып үҫә. Ата-әсәһе ҡала төҙөлә башлаған йылдарҙа барлыҡҡа килгән Мортазин урамында йәшәй. Ленин, Пионер урамдарында ла урынлашҡан ике-өс ҡатлы 11 йортто берләштергән дөйөм ихатала тиҫтерҙәре менән уйнап үтә Анастасияның бала сағы. Йорттар ҙур булмағас, бер-береһен белеп, аралашып көн күрә бында йәшәүселәр. Үҫеп еткәс, ғаилә ҡороп, тормош иптәше Артур Айҙар улы менән ике балаға ғүмер бирәләр. Пионер урамында урынлашҡан йорттан фатир һатып алып, шунда төпләнә Минһажевтар, ә Мортазин урамындағы фатирҙа Анастасияның өләсәһе көн күрә. Өлгөр ҡатын өләсәһен гел хәстәрләп, хәлен белешеп тора.
Бер көн Анастасияға күрше йортта йәшәгән Галина Таланова мөрәжәғәт итә. Пенсия йәшендә булһа ла, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған оло ханымды күп фатирлы йорт өсөн яуаплы итеп һайлайҙар. Унан “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашыу өсөн документтар тупларға ярҙам итеүен һорайҙар.
Анастасия Илдар ҡыҙы риза була. Әсә булараҡ, уның үҙен дә ихаталарҙағы уйын майҙансыҡтарының торошо борсой.
– 11 йортта барлығы 500-гә яҡын кеше йәшәй, шуларҙың яртыһы тиерлек – балалар. Ихатала иҫкереп, буяуҙары таушалып бөткән бер нисә генә уйын ҡорамалы бар ине. Етмәһә, тимерҙән эшләнгәс, улар балалар өсөн хәүеф тыуҙырҙы.
Башҡа ихаталарҙа ниндәйҙер программа нигеҙендә яңы майҙансыҡтар пәйҙә булыуын мин дә ишетеп белә инем. Галина Владимировнаға ярҙам итергә булдым, – ти ул.
Йәшәгән ерҙәренең торошона битараф булмаған әүҙем ханымдар, милекселәрҙе йыйып, йыйылыш ойоштора, унда һәр кемдең теләген, ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, ихатала эшләнәсәк эштәр тәртибе раҫлана. Проект төҙөгәндә балаларҙы ғына түгел, ололарҙы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы ла уйлап эш итәләр. Программа шарттарына ярашлы, сығымдарҙың бер процентын милекселәр ҡапларға тейеш. “Һәр фатир иҫәбенән 300-әр һум аҡса йыйырға” тигән ҡарар сығаралар.
Барыһы ла хәстәрләнгән
Төҙөкләндереү эштәре йәй, көҙ айҙарында башҡарыла. Ихата бөтөнләй икенсе төҫ ала. Аллы-гөллө төҫтәргә күмелеп, бөгөн ул әллә ҡайҙан балҡып тора, балаларҙың шат ауаздары ла тынмай. Бында резина япмалы уйын һәм спорт ҡорамалдары урынлаштырылған, урналар, уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған, автомобиль туҡталҡалары киңәйтелгән, бордюрҙар алмаштырылған. Ихатала төндә лә ҡараңғы түгел, сөнки энергия экономиялаусы яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Видеокамералар бында йәшәгәндәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
– Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер оло йәштәгеләр, коляскаһында сабыйҙарын йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн брусчатка түшәлгән тротуарҙар булдырылды. Бынан тыш, милекселәр менән кәңәшләшеп, элекке тимерҙән эшләнгән уйын, спорт ҡоролмаларын һүтеп тапшырҙыҡ та, 124 мең һум аҡсаға кер элә торған дүрт майҙансыҡ эшләттек, – тип шатлығы менән уртаҡлашты әңгәмәсем.
Ихата ситендәрәк тағы бер майҙансыҡ бар. Сетка менән кәртәләнгән биләмәлә мини-футбол, волейбол, баскетбол уйнарға була. Был майҙансыҡты бигерәк тә үҫмерҙәр үҙ иткән.
– Спорт менән шөғөлләнер өсөн тиҫтерҙәрем менән быға тиклем күрше ихатаға йөрөй инек, хәҙер барыһы ла яҡында ғына. Тиңдәштәр менән көн һайын мини-футбол, волейбол уйнайбыҙ, биш йәшлек һеңлем Камиллаға ла яңы бәүелсәктәр, таусыҡтар, каруселдәр бик оҡшай, – ти Минһажевтарҙың 9-сы класта белем алыусы улдары Андрей.
Бына шулай берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһенән шатлыҡ кисерә бөгөн ҡаланың иң тәүҙә төҙөлгән йорттарында йәшәүселәр.
– Бөтә ҡорамалдар хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, һәр ҡайһыһының сертификаты бар. Иң мөһиме – майҙансыҡтар кәртәләнеп алынған. Беҙгә уларҙы ҡәҙерләп һаҡлап, ипләп тотонорға ғына ҡала. Республика, район, ҡала етәкселегенә халыҡты хәстәрләп, тормош шарттарын яҡшыртырға, уңайлы мөхит булдырырға тырышҡандары өсөн ҙур рәхмәт, – ти улар.
Төҙөкләндереү дауам итәсәк
Учалыла күп ҡатлы йорт ихаталарын төҙөкләндереү эше дауам итәсәк. Милекселәр менән йыйылыштар ойошторолоп, “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашыу өсөн йорттар һайлап алынған да инде. Әле документтар әҙерләнә.
– “Башҡорт ихаталары” программаһы шуныһы менән яҡшы: бында эштәр комплекслы тәртиптә алып барыла, йәғни айырым бер урында түгел, тотош ихата төҙөкләндерелә. Икенсенән, ниндәй эштәр башҡарырға икәнлеген кешеләр үҙҙәре хәл итеп, үҙ өлөшөн индергәс, улар мөлкәткә һаҡсыл ҡарашта була. Программаның тағы бер өҫтөнлөгө – төп урынға хәүефһеҙлек ҡуйыла, – тине Луиза Панферова.
Һандар һәм дәлилдәр:
l 2021 йылда республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 742 миллион һумға 142 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә.
l 125 балалар һәм спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән, 839 яҡтыртҡыс, 1497 эскәмйә, урна ҡуйылған, ихаталарға 264 мең квадрат метр асфальт түшәлгән.
l 2024 йылға тиклем 3000 йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү планлаштырыла.
Программа нигеҙендә башҡарылырға тейешле мотлаҡ һигеҙ төрлө эш:
u Хәүефһеҙ резина япмалы балалар майҙансығы.
u Контейнер майҙансығы.
u Йәшелләндереү.
u Туҡталҡа урындары.
u Ихатаны яҡтыртыу.
u Эскәмйәләр.
u Сүп-сар һауыттары.
u Видеокүҙәтеү.
Римма СОЛТАНОВА.