

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, халыҡ түләргә тейешле мөлкәт һалымы быйыл дүрт процентҡа артҡан һәм ул 5,8 миллиард һум тәшкил итә.
Иҫәпләнгән һалымдың күпселек өлөшө транспортҡа тура килә — 3,1 миллиард һум. Мөлкәткә һалым - 1,8 миллиард, ергә 0,9 миллиард һум тәшкил итә.
Транспорт һалымының иң ҙур суммаһы — 284 мең һумға яҡын, ул Mercedes-Benz AMG S автомобиле хужаһына иҫәпләнгән. Физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалымдың иң ҙур суммаһы 5,6 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән, уны бер административ бина хужаһы түләргә бурыслы.
Фото: yandex.ru.