

Донъя иҡтисады коронавирус инфекцияһы тыуҙырған пандемия шауҡымынан аҡрынлап айырыла бара һәм күпмелер дәрәжәлә үҫеш тә башланды. Был турала күптән түгел Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы етәксеһе Лоуренс Бун был ойошма белгестәре әҙерләгән докладҡа нигеҙләнеп хәбәр итте. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда ла алға китеш төҫмөрләнә.
Маҡсат күрһәткесе билдәле
Башҡортостан. Республиканың йыллыҡ иҡтисади үҫешен киләһе йылда – 3,8, ә 2024 йылға дүрт процент итеп бойомға ашырыу планлаштырыла. Был Рәсәй буйынса көтөлгән уртаса күрһәткестән 0,9 процентҡа юғарыраҡ. Ошо хаҡта күптән түгел республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Хөкүмәт ултырышында “Башҡортостан Республикаһының 2022 йылға һәм 2023 һәм 2024 йылдарға социаль-иҡтисади үҫеш фаразы тураһында”ғы мәсьәләне тикшергәндә әйтте.
– Алдағы бер нисә йылда беҙ инвестициялар күләменең тотороҡло артыуын тәьмин итергә тейешбеҙ, – тине ошо ултырышта Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. – Сәнәғәттә, ауыл хужалығында ышаныслы үҫеш трендына сығыу, шулай уҡ төҙөлөшкә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итергә, йәғни инфраструктура объекттарын һәм торлаҡ комплекстарын һалыу буйынса мәсьәләләр ҙә беҙҙең эшмәкәрлекте көтә. Иҡтисадтың үҫеш алып китеүе халыҡтың килемен һәм мәшғүллекте аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итәсәк, уныһы кешеләр өсөн генә түгел, ә иҡтисад өсөн дөйөм алғанда ла ҙур әһәмиәткә эйә. Халыҡтың килеме артыуы – беҙҙең өсөн иң өҫтөнлөклө шарт, шуға күрә, нимә генә эшләһәк тә, беҙҙең граждандарҙың тормошо уңайлыраҡ итеүҙе күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа бурыслыбыҙ.
Республика Хөкүмәте планлаштырыуынса, тулайым төбәк продукты күләме 2024 йылға 2,5 триллион һум тәшкил итәсәк. Ошо өс йыллыҡ осорҙа сәнәғәт үҫеше тиҙлеге йылына уртаса 105,5 процент булырға тейеш тип күҙаллана. 2022 – 2024 йылдарҙа был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән йылына 2,8 процентҡа артығыраҡ була барасаҡ. Нефть һәм газ сығарыуҙа ошо өс йылда етештереү күләмен – 10,1, химия тармағында 29,7 процентҡа үҫтерә барыу планлаштырыла. Автотранспорт саралары етештереүҙә үҫеш индексы 16,3 процентҡа артасаҡ. Быға республикалағы иң ҙур предприятиеларҙың тотороҡло эше булышлыҡ итәсәк, тип көтәләр. Алдан күҙаллауға ҡарағанда, берәмләп һатыуҙа сауҙа әйләнешенең үҫеше 102,8-102,9 процент тирәһендә тирбәлә.
Үҫеш өсөн төп капиталға инвестиция һалыу – хәл иткес шарт. Был йүнәлеш буйынса нимә әйтергә мөмкин?
– Быйыл төп капиталға инвестиция 405,3 миллиард һум, йәғни 105,6 процент кимәлендә баһалана, – тине Рөстәм Моратов. – Ошо осорҙа инвестиция үҫеше йылына 109,8 проценттан 112 процентҡа тиклемге аралыҡта тирбәлә. Был йүнәлештәге әүҙемлектең арта барыуына “Алға” махсус иҡтисади зонаһының тулыланыуы, яңы махсус иҡтисади зоналар асыу, шәхси капитал һалыуҙар, инфраструктура облигациялары һатыу ярҙам итәсәк.
Быйыл республикала йыл аҙағына саҡлы 2,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк. Башҡортостан менән Рәсәй Төҙөлөш министрлығы араһында “Торлаҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса төҙөлгән килешеүгә ярашлы, 2024 йылға торлаҡ төҙөү күләмен өс миллион, ә 2030 йылға саҡлы дүрт миллион квадрат метрға еткереү планлаштырыла.
Бәләкәй бизнесҡа ҙур өмөт бағлана
Рәсәй. Илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы сайтындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәй йылдың тәүге кварталында етештереүҙең бер процентҡа кәмеүен күҙаллағайны, ғәмәлдә ул 0,7 процент булды. Иҡтисадтың әүҙемлеге йылдың икенсе кварталында башланғайны. Белгестәрҙең күрһәткестәрҙең көрсөккә хәтлем булған кимәлгә яҡынлашыуы тураһындағы һығымтаһы дөрөҫкә сығырға оҡшай.
Былтыр COVID-19 пандемияһы эшлеклеләрҙең әүҙемлеген ныҡ ҡына кәметкәйне, һөҙөмтәлә иҡтисад өс процентҡаса ҡыҫҡарҙы, Рәсәйҙең Үҙәк банкы процент ставкаһын бығаса булмаған 4,25 процентҡаса кәметкәйне. Донъя баҙары менән сауҙа итеүҙә лә ыңғай сальдо күҙәтелә. Экспорт, былтырғы кимәл менән сағыштырғанда, 47,6 процентҡа үҫкән.
Гәзит уҡыусы өсөн, моғайын да, ҡулланыу хаҡтарының торошо мөһимдер. Улар нисек үҙгәрә? Быйыл яҙ ошо күрһәткес уртаса алты процентҡа үҫһә, йәйге айҙарҙа тағы ла 5,8 процентҡа күтәрелде. Шул иҫәптән аҙыҡ-түлеккә хаҡтар быйыл йәй – 7,4 процентҡа, аҙыҡ булмаған тауарҙарға – 6,7 процентҡа, хеҙмәтләндереүгә 3,3 процентҡа артты.
Эшһеҙлек кимәле Рәсәйҙә быйыл йәйге айҙарҙа 5,2 процентҡа тиклем төштө. Был – үткән йылғы марттан алып иң түбән күрһәткес, ләкин барыбер пандемияға саҡлы булғандан юғарыраҡ әле. Мәшғүллекте аяҡҡа баҫтырыуҙа һәм артабан үҫтереүҙә иҡтисади етәкселек Рәсәй төбәктәрендәге урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ҙур өмөт бағлай.
“Матди булмаған йөкмәтке” арта
Донъя. Мәшғүллек Рәсәйҙә генә түгел, ә бөтә донъя иҡтисады өсөн дә төп күрһәткес булыуын дауам итәсәк. Финанс баҙары һөнәрмәндәре дуҫлығы президенты Алексей Мамонтов раҫлауынса, киләсәктә донъяла эшһеҙлектең артыуы көтөлә.
– Был осраҡта хеҙмәт баҙарынан түбән квалификациялы эшсе көсөнөң ҡыҫырыҡлап сығарылыуы дауам итәсәк, – ти ул. – Был күренеш Европала һәм АҠШ-та һиҙелә башланы ла инде. Әлбиттә, хәүефле йүнәлеш. Ҡайһы бер илдәрҙең хөкүмәттәре яңы эш урындары булдырыу өҫтөндә ныҡышмалы шөғөлләнә башланы, һөҙөмтәһе нисек булыр, күрербеҙ.
Көрсөктәр һәм унан һуң иҡтисадты аяҡҡа баҫтырыу һуңғы 30 йыл эсендә бер нисә тапҡыр булды инде. Әммә бөгөн эшһеҙлектең моделе лә үҙгәрә – етештереүҙе автоматлаштырыу һәм түбән квалификациялы эшсе көстән баш тартыу Көнбайыш илдәрендә генә түгел, Ҡытайҙа ла күҙәтелә хәҙер.
Әйткәндәй, инфляцияның моделен дә үҙгәртергә мәжбүрҙәр. Үҙәк банктар бының өсөн банк системаһын файҙалана башланы. Мәҫәлән, аҡса биргәндә иң түбәнге ставкаларҙы ҡуллана, йәғни мөмкин тиклем ҙурыраҡ табыш алыу маҡсаты ҡуйылмай. Көнбайыш илдәрендә һәм АҠШ-та, белеүебеҙсә, күпселек халыҡ ҡаланан ситтә үҙ йорттарында йәшәй һәм ҡалалағы фатирҙа эшкә йөрөргә яҡын булһын өсөн ҡуртымға ала. Хәҙер фатир хужаларына торлаҡты ҡуртымға биреү ҙә ауырлашҡан, сөнки бик күптәр ситтән тороп эшләүгә күсте. Белгестәр раҫлауынса, ситтән тороп эшләүҙе ҡайһы бер компаниялар пандемия үткәс тә дауам итер, моғайын, сөнки был шарт офис өсөн түләүҙә, юл сығымдарында һәм башҡа өлкәләрҙә байтаҡ аҡсаны янда ҡалдыра.
Эксперттар эшсе көстө яллауҙа ла үҙгәрештәр күрәҙәләй. “Бөгөн эш биреүсе ике юл сатында тора: хеҙмәткәрҙәрҙең ойошмалағы эш сәғәттәрен ҡыҫҡартырға һәм, шунан файҙаланып, хеҙмәт хаҡын да аҙыраҡ түләргә; йәки коллективтың иң һәләтле өлөшөн генә алып ҡалырға һәм уларға юғары эш хаҡы түләүҙе дауам итергә”, – ти Рәсәй Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының кафедра мөдире Константин Корищенко.
Эшсе көскә (айырыуса түбән квалификациялы эшселәргә) ихтыяждың үҙгәреүе донъяла миграция күренешен дә көсәйтер тип көтәләр. Был Рәсәйгә тулы көсөндә ҡағылмаҫ, моғайын, сөнки беҙҙең илдә халыҡ бер урындан икенсеһенә йыш күсенеп йөрөргә күнекмәгән.
Финанс капиталы хәҙер донъяның бик аҙ компанияларында ғына тупланған, һәм улар ғына бөтә илдәр буйлап инвестиция һалыуҙы арттырырға һәләтле. Константин Корищенко ышандырыуынса, яҡын киләсәктә долларҙың һәм донъяның башҡа төп валюталарының курсы ышаныслы ҡаласаҡ, шул иҫәптән һумдың осһоҙланыу хәүефе лә юҡ. Шул уҡ ваҡытта иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған тауарҙарға хаҡ бөтә донъяла арта барасаҡ, тип көтөлә.
Беҙҙең ил иҡтисады өсөн хәл иткес әһәмиәткә эйә булған нефть һәм газ баҙарында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
“Finvtrsia.ru” агентлығының баш мөхәррире Ян Арт яҙғанса, хәҙер нефть сығарған компаниялар эйәрсен газды йыйыуға күберәк иғтибар бирә башланы, ә был иһә газдың хаҡын кәметәсәк, тигәнде аңлата. Нефть баҙарын айырым алғанда, был тармаҡтағы алға китеш бер аҙ тотҡарланасаҡ, сөнки йылдан-йыл әүҙемләшә барған “йәшел иҡтисад”тың, йәғни тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәттә булған етештереү ысулдарының, нефть-газ тармағы менән көнәркәшлеге көсәйә. Экологик программаларға яраҡлашырға, уларға ҡушылырға ынтылған компаниялар күбәйә, ә нефть һәм газ сығарыу төп шөғөлө булған ойошмаларға ҡарата дәүләттең, йәмәғәт ойошмаларының экологик баҫымы арта.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН