

Быйылғы өсөнсө квартал йомғаҡтары буйынса Башҡортостан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй төбәктәре араһында тәүге өс субъект иҫәбенә инде. Ҡырҡ төбәк араһындағы рейтинг “Производительность.рф” сайтының ИТ-платформаһында баҫылған.
– Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты структураһына ингән “Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә адреслы ярҙам” федераль проекты сараларын төп башҡарыусы итеп Башҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәге тәғәйенләнгән, – ти республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. – Был үҙәктең төп бурысы – республика предприятиеларында һаҡсыл етештереү ысулдарын индереү сараларын тормошҡа ашырыу. Үҙәк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан был өлкәлә иң юғары ун балдан 8,7 балл йыя алған.
Ошо рейтинг һигеҙ күрһәткестән тора. Улар араһында – проект сараларын тормошҡа ашырыу графигын күҙәтеү, предприятиеларҙы йәлеп итеү планын үтәү, тамамланған проекттар һаны. Был рейтинг һәр өс ай һайын яңыртыла, уның маҡсаты – проектта ҡатнашҡан предприятиеларҙа ошо эште үтәү сифатын яҡшырта барыу, иң һәйбәт тип табылған тәжрибәне башҡаларға ла таратыу.
Рейтингта беренсе урынды 9,1 балл менән Свердловск өлкәһе алды. Унан ҡала – Түбәнге Новгород өлкәһе. Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа 118 предприятие ҡатнаша, улар барыһы ла был йүнәлештәге эшмәкәрлек өсөн республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте менән килешеү төҙөгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланғайны, ул илебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген 2024 йылға саҡлы йыл һайын биш процентҡа арттыра барыуҙы күҙ уңында тота.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН