Иҡтисад
16 Ноябрь 2021, 15:15

Олег Белозеров үҙ-ара хеҙмәттәшлекте юғары баһаланы

Республиканың тимер юл инфраструктураһын яңыртыу мәсьәләләләре буйынса фекер алышыу булды.

Олег Белозеров үҙ-ара хеҙмәттәшлекте юғары баһаланыОлег Белозеров үҙ-ара хеҙмәттәшлекте юғары баһаланы
Олег Белозеров үҙ-ара хеҙмәттәшлекте юғары баһаланы

Бөгөн Мәскәүҙә ХV “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумы нигеҙендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры – идара рәйесе Олег Белозеровтың эш осрашыуы булды.

Яҡтар республиканың тимер юл инфраструктураһын яңыртыу мәсьәләләләре буйынса фекер алышты. Улар иҫәбендә – Өфө тимер юл ҡулсаһын булдырыу өсөн Дим – Иглин участкаһында икенсе тимер юл төҙөү.

– Башҡортостандың баш ҡалаһын урап үтә торған юл – беҙ “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте менән берлектә тормошҡа ашырған иң күләмле проекттарҙың береһе, – тине Радий Хәбиров. – Был Башҡортостандағы транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙең мөһим йүнәлешен тәшкил итә. “Рәсәй тимер юлдары” етәкселегенә берлектәге эштең яҡшы темпы өсөн рәхмәт.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, проект шулай уҡ республиканың баш ҡалаһын тимер юл ярҙамында аэропорт менән бәйләүҙе үҙ эсенә ала. Өфө ҡулсаһы файҙаланыуға тапшырылыу менән ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары тиҙ йөрөй торған уңайлы транспорт төрөнә эйә буласаҡ.

– Башҡортостанды Ырымбур өлкәһе менән бәйләп, автотранспортҡа яҡшы альтернатива булған тиҙ йөрөшлө “Орлан” поезы ла ҙур танылыу яуланы. Күреүебеҙсә, унда студенттар һәм туристар күп йөрөй. Уны артабан үҫтереү буйынса пландар бар, – тине Радий Хәбиров. – Яҡын киләсәктә шулай уҡ көнбайыш һәм көнсығыш йүнәлештәрҙә – Белоретҡа һәм Приютҡа тиклем – “Ҡарлуғас” электр поезын ебәрергә, Өфө тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы дауам итергә ниәтләйбеҙ.

“Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры – идара рәйесе Олег Белозеров республика менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте юғары баһаланы.

– Транспорт инфраструктураһын үҫтергәндә беҙ пассажирҙар өсөн уңайлыҡтарҙы арттырырға тырышабыҙ. Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек билдәләнгән пландарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә, – тине ул. – Шул уҡ ваҡытта оҙайлы эш перспективаһын күреү ҙә бик мөһим. Был тармаҡ проекттарын тормошҡа ашырыуҙың ҡулай финанс моделен төҙөргә ярҙам итә.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147583.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас