

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә үткән ХV “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында республиканың рәсми делегацияһына етәкселек итә.
Делегацияның эш программаһына транспорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса бер нисә эшлекле осрашыу уҙғарыу, “Рәсәй транспорты-2035. Стратегиянан – тормошҡа ашырыуға” пленар дискуссияһында ҡатнашыу инә. Республика етәксеһе шулай уҡ “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара күргәҙмәһен ҡараясаҡ. Унда Башҡортостан экспозицияһы ла бар. Экспозиция төбәктең мөһим ҡаҙаныштарына, транспорт һәм юл төҙөлөшө өлкәһендәге ҙур проекттарға арнала.
Мәғлүм булыуынса, “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе – илдең Транспорт министрлығы ойошторған йыллыҡ эшлекле ваҡиға – “Транспорт аҙналығы”ның төп саралары. Улар тармаҡтағы көнүҙәк проблемаларҙы киң тикшереүгә, күләмле инфраструктура проекттары менән таныштырыуға йүнәлтелә. Быйыл “Транспорт аҙналығы” 13 – 19 ноябрҙә уҙғарыла.
Фото: glavarb.ru