Иҡтисад
16 Ноябрь 2021, 11:30

Шуға өлгәшһәк, эш хаҡтары ла артасаҡ

Премьер-министр Андрей Назаров “Фейсбук”тағы сәхифәһендә Хөкүмәттең ҡайһы бер эш йомғаҡтары һәм алдағы өс йылға пландар тураһында һөйләне.

Шуға өлгәшһәк, эш хаҡтары ла артасаҡШуға өлгәшһәк, эш хаҡтары ла артасаҡ
Шуға өлгәшһәк, эш хаҡтары ла артасаҡ

“Беҙҙә сәнәғәт етештереүе күләме артыуын дауам итә. Был айырыуса металлургияла, ағас эшкәртеүҙә һәм башҡа тармаҡтарҙа яҡшы күренә. Бәғзе урындарҙа үҫеш 70 процентҡаса тәшкил итә. Әммә көслө эҫелек арҡаһында республикала ауыл хужалығы күрһәткесе 8,5 процентҡаса түбәнәйҙе. Бик күп майҙанда сәсеүлектәр һәләк булды, малсылыҡ та зыян күрҙе”, – тип яҙа ул.

Уның аңлатыуынса, бынан тыш, былтыр беҙҙең предприятиеларҙың табышы кәмеүе сәбәпле, иҡтисадҡа инвестиция йәлеп итеү ҙә аҙайҙы. “Зарар күргән тармаҡтарҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу өсөн иҡтисади үҫеш йыл һайын 3,8 проценттан алып дүрт процентҡаса булырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ”, – ти Премьер-министр.

Андрей Назаров яҙғанса, әгәр ҙә республика ошондай кимәлгә сыға алһа, эш хаҡтары ла артасаҡ, яңы эш урындары ла күбәйәсәк.

“Эшһеҙлек кәмеһә лә, граждандарҙың ысын килеме кәмей. Ярты йыл эсендә был күрһәткес бер процентҡа төштө. Фәҡәт үҫә барған иҡтисад ҡына хәлде үҙгәртә аласаҡ. Яҡын арала беҙ сәнәғәт секторына баҫым яһаясаҡбыҙ. Ул иҡтисадтың сама менән 40 процентын алып тора. Төп үҫеште әле төбәктең төп махсуслашыу йүнәлештәре иҫәбенә тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ”, – тип яҙа Андрей Назаров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас