

Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт аҙналығы-2021” нигеҙендә ойошторолған “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара күргәҙмәһендә булды.
90-дан ашыу экспонент үҙҙәренең транспорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары, эшләнмәләре менән таныштырҙы. Улар иҫәбендә – транспорт инфраструктураһы операторҙары, йөк һәм пассажирҙар ташыусылар, логистика тармағы вәкилдәре, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары.
Күргәҙмәләге төп нөктәләрҙең береһе милли проекттарға ҡоролдо. Бында 2021 йылға федераль проекттар буйынса эш йомғаҡтарын, уларҙы артабан үҫтереү буйынса пландарҙы сағылдырған макеттарҙы, интерактив презентацияларҙы, видеоматериалдарҙы күрергә мөмкин ине. Башҡа төбәктәр кеүек үк, Башҡортостан да күргәҙмәлә республиканың транспорт тармағындағы ҙур ҡаҙаныштарына, шулай уҡ транспорт, юл хужалығы өлкәһендәге күләмле проекттарға арналған экспозицияһын тәҡдим итте. Улар араһында Волга буйы федераль округындағы иң ҙур проект – “Көнсығыш юлы” ла бар ине. Йәнә бер проект – Өфө тимер юл ҡулсаһы. Уны сафҡа индереү 2030 йылға Өфө агломерацияһындағы ҡала яны йүнәлешендә йыллыҡ пассажирҙар күләмен 1,5 миллиондан 6,5 миллион кешегә тиклем арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Башҡортостан стендына шулай уҡ Өфөләге Интернациональ урам башланған ерҙә Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү проектын да индерҙеләр. Ул транспорт ағымын ҡулайлаштырыу, ҡаланың төньяҡ сәнәғәт өлөшөн М-5 һәм М-7 федераль трассалары менән бәйләү мөмкинлеген бирәсәк.
Күргәҙмәне ҡарап сыҡҡас, Радий Хәбиров “Рәсәй транспорты-2035: стратегиянан – тормошҡа ашырыуға” пленар дискуссияһында ҡатнашты. Фекер алышыу барышында спикерҙар – Рәсәй Хөкүмәте ағзалары, губернаторҙар, төп транспорт компаниялары етәкселәре – Рәсәйҙең яңыртылған Транспорт стратегияһын тормошҡа ашырыу, илдең берҙәм таяныс транспорт селтәрен үҫтереү, шулай уҡ тармаҡты һанлаштырыу һәм энергияға глобаль күсеү менән бәйле мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы, транспорт өлкәһен, пассажирҙар һәм йөк ташыуҙы модернизациялау – республика Хөкүмәте эшендә мөһим йүнәлеш, шуға күрә “Транспорт аҙналығы” сиктәрендә төбәк делегацияһы байтаҡ мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән тимер юл һәм авиация инфраструктураһын үҫтереү менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшереүҙе планлаштыра, тип билдәләне.
Әйткәндәй, Радий Хәбиров мөһим сара тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып сыҡты. “Бөгөн Мәскәүҙә “Транспорт аҙналығы”нда эшләйбеҙ. Беҙ бик күп ремонтлайбыҙ, яңы юлдар, күперҙәр һалабыҙ. Беҙгә күп йәһәттән Рәсәй Хөкүмәте ярҙам итә. Ошо маҡсатҡа ғына 2021 йылда федераль ҡаҙнанан 8 миллиард 781 миллион һум аҡса бүлделәр, һәм беҙ ҙур объекттар – Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын, “Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы” автомобиль юлын һалабыҙ. Республикабыҙҙың ҡала һәм ауылдарында 1 миллиард 713 миллион һумға “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырабыҙ.
“Транспорт аҙналығы”нда нимәләрҙе тикшерергә ниәтләйбеҙ? Беренсенән – Волга буйы федераль округындағы иң ҙур проект – “Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлы”н. Беҙ М7 “Волга” һәм М5 “Урал” федераль трассаларын тоташтырған тоннель, күперҙәр һәм эстакадалар төҙөйбөҙ. Эш күләме, темпы бик ҙур, ике йылдан проектты тамамлауҙы планлаштырабыҙ.
Кәңәшмәләрҙең йәнә бер темаһы – Өфө тимер юл ҡулсаһы. Уны ғәмәлгә индереү йылына 6,5 миллион пассажирҙы ташыу мөмкинлеген бирәсәк. Әле “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте менән финанс моделен төҙөйбөҙ.
“Өфө” станцияһында тимер юл вокзалы реконструкцияһының тәүге этабын тамамланыҡ. 2024 йылға тиклем икенсеһен ахырына еткерергә ниәтләйбеҙ. Пассажирҙар ташыуға ихтыяж арта, ҡала яны бәйләнештәрен үҫтерәбеҙ. “Орлан” поезын сафҡа индерҙек, яңы Өфө – Күмертау маршрутын Ырымбурға тиклем оҙайттыҡ.
Урал аръяғында “Сибай – Подольск – Һары” тимер юл тармағын төҙөйбөҙ. Ул Урта һәм Төньяҡ Уралды Түбәнге Волга һәм Кавказ, Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм Ҡытай райондары менән туранан-тура бәйләйәсәк. Рәсәйҙең Транспорт министрлығындағы коллегалар менән проектты ентеклерәк тикшерергә кәрәк.
Шулай уҡ Өфөләге Интернациональ урам башланған ерҙә Ағиҙел йылғаһы аша күпер проекты менән таныштырабыҙ. Ҡаланың төньяҡ сәнәғәт өлөшөн М5 һәм М7 федераль трассалары менән бәйләйбеҙ.
“Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы” автомобиль юлын реконструкциялайбыҙ һәм эште киләһе йыл тамамларға планлаштырабыҙ. Ул Башҡортостандың төньяҡ райондарын тоташтырып, Свердловск, Силәбе өлкәләренә сығасаҡ.
Бер нисә йыл инде “Өфө” халыҡ-ара аэропортын яңыртабыҙ. Яңы терминалды сафҡа индерҙек, артабан да үҫергә ниәтләйбеҙ. Граждандар авиацияһы буйынса ла проекттарыбыҙ бар. Был беҙҙең өсөн әлегә өр-яңы, әммә перспективалы йүнәлеш.
Ҡыҫҡаса алғанда, “Транспорт аҙналығы”на пландарыбыҙ ошо. Эшләйбеҙ”, – тип яҙҙы төбәк етәксеһе.
Фото: glavarb.ru
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147579.html