

30 ноябрҙән 13 декабргә тиклем бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре үҙҙәренең финанс йәһәттән белемен тикшерә ала. Башҡортостандың Финанс министрлығы эшҡыуарҙарға финанс йәһәттән грамоталылығын тикшереү мөмкинлеге хаҡында хәбәр итә. Һорауҙарға яуап биреү онлайн форматта үткәреләсәк.
Был сара 10 – 15 минут ваҡытты аласаҡ. Шәхсән ҡатнашырға, шулай уҡ дуҫтарҙан, хеҙмәттәштәрҙән торған команда яуап бирә ала.
- Һорауҙарға яуап биреү хеҙмәткәрҙәрҙең финанс грамоталылығын күтәреүгә этәргес буласаҡ һәм белемде тикшерергә, шулай уҡ ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауҙың яңы формалары хаҡында белергә ярҙам итәсәк, - тип белдерҙе республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.
Һорауҙар һаҡланған аҡсаны инвестициялау, һаҡлам асыу, кредит, пенсия түләүҙәрен алыу, страховкалау һәм мутлыҡ ҡылыусыларҙан һаҡланыу тураһында буласаҡ.
Фото: pravitelstvorb.ru