Иҡтисад
17 Ноябрь 2021, 09:40

Башҡортостан – торлаҡ төҙөүҙә лидер

Уҙған осорҙа ғына төбәк етәкселегенең хәстәрлеге менән Өфө, Октябрьский һәм Нефтекама ҡалаларында ете күп фатирлы йорт төҙөлөп бөткән.

Башҡортостан – торлаҡ төҙөүҙә лидерБашҡортостан – торлаҡ төҙөүҙә лидер
Башҡортостан – торлаҡ төҙөүҙә лидер

Росстат биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 2021 йылдың ун айында, финанслауҙың бөтә төр сығанаҡтары буйынса, Башҡортостанда 2, 35 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, үҫеш 22, 1 процент тәшкил иткән. Был йәһәттән республикабыҙ Волга буйы федераль округында – беренсе, ә тотош Рәсәйҙә алтынсы урынға сыҡҡан.

– Ошо динамика йыл аҙағына маҡсатлы күрһәткестәрҙе арттырып үтәүҙе фаразлай, – тип һөйләй Росстат етәксеһе Егор Родин. – Шул иғтибарға лайыҡ, был осраҡта федераль кимәлдә ҡабул ителгән төрлө программаларҙан тыш, 2023 йылдың аҙағынаса оҙонайтылған ташламалы ғаилә ипотекаһы, Башҡортостанда алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү тәңгәлендә алып барылған эштәр ҙә көслө этәргес биргән. Уҙған осорҙа ғына төбәк етәкселегенең хәстәрлеге менән Өфө, Октябрьский һәм Нефтекама ҡалаларында ете күп фатирлы йорт төҙөлөп бөткән һәм файҙаланыуға тапшырылған.

Бынан тыш, республикабыҙҙа шәхси торлаҡ төҙөлөшө лә йылдам үҫешкән. Берҙәм торлаҡ төҙөлөшө мәғлүмәт системаһы белгестәре әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостанда 200 тирәһе төҙөлөш эшенә рөхсәт документы бирелгән. Төҙөүселәр 3, 4 миллион квадрат метрлыҡ 272-нән ашыу йорт төҙөй.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас