Иҡтисад
17 Ноябрь 2021, 09:05

Энергетика форумына йыйылдылар

Компанияларҙың 20 проценты үҙ продукцияһын беҙҙең республикаға тәүгә алып килгән. 

Энергетика форумына йыйылдыларЭнергетика форумына йыйылдылар
Энергетика форумына йыйылдылар

Кисә Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО комплексында Рәсәй энергетика форумы һәм ХХVII “Урал энергетикаһы” махсуслаштырылған күргәҙмәһе эшләй башланы. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡатнашты.

Форум майҙансығында телекүпер тәртибендә “БЭСК” акционерҙар йәмғиәте электромобилдәре өсөн ике зарядлау станцияһы эшкә ҡушылды. Уларҙың береһе – Өфөнөң Ибраһимов урамындағы 86-сы йортта, икенсеһе Ағиҙел ярында урынлашҡан. Был станциялар электромобилде 20 минут эсендә зарядлай.

Форум барышында 24 тармаҡ секцияһы эшләй. Уларҙа энергетика өлкәһендәге төп бурыстар тикшерелә, Рәсәйҙең 13 ҡалаһынан 180-дән ашыу спикер сығыш яһай. “Урал энергетикаһы” күргәҙмәһенә илдең туғыҙ төбәгенән 70 компания йыйылды. Ҡатнашыусыларҙың 20 проценты үҙ продукцияһын беҙҙең республикаға тәүгә алып килгән.

Күргәҙмәлә шулай уҡ республикалағы энергетика системаһының 90 йыллығына һәм Башҡортостан генерациялау компанияһының 15 йыллығына арналған фотоэкспозиция тәҡдим ителә. Йәнә автомобиль өлгөләре, техника һәм ҡорамалдар сағылдырылған “Электр транспорты һәм электромобилдәр” махсус экспозицияһы ойошторолған.

Форум 18 ноябргә тиклем дауам итә. Унда инеү ирекле. Сараларҙа ҡатнашыу өсөн ковидҡа ҡаршы вакцинация тураһында сертификат йәки алты ай эсендә коронавирус менән сирләү тураһында белешмә ҡағыҙы талап ителә.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53533

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас