Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ноябрь , 17:10

IT белгестәренә – 300 миллион һумлыҡ грант!

Конкурсҡа ғаризалар 2023 йылға тиклем ҡабул ителә.

IT белгестәренә – 300 миллион һумлыҡ грант!

Башҡортостандан IT белгестәре һәм компаниялары Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы үткәргән конкурста ҡатнашып, коммуникациялы ял һәм уйын сервистары, аудио- һәм видеосервистар эшләүгә һәм ғәмәлгә индереүгә 300 миллион һумға тиклем грант алыу мөмкинлегенә эйә.

Дәүләт гранттары “Ростелеком” асыҡ акционерҙар йәмғиәте “Диалог” коммерцияға ҡарамаған автономиялы йәмғиәте менән берлектә төҙөгән “Яңы коммуникациялы интернет-технологиялары” юл картаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә бүленә. Компанияларҙың һанлы трансформацияһына грант – 120-300 миллион һум, үҙебеҙҙең IT эшләнмәләргә 20-300 миллион һум тәшкил итә.

Төп йүнәлештәр – видеохостинг, видеоға һәм телмәрҙе таныуға интеллектуаль динамикалы анализ платформаһы, фейктарҙы һәм дипфейктарҙы асыҡлау технологиялары, тәҡдим сервистары, файҙаланыусыларға анализдың һәм контентты таргетировкалы автогенерациялауҙың программа комплекстары.

– Төрлө йүнәлештәге технологиялар менән шөғөлләнгән компанияларға грант ярҙамы һәр саҡ көнүҙәк. Башҡортостанда идеялы белгестәр бик күп. Улар  төбәктә һанлы үҙгәрештәрҙе тәьмин итеү өсөн үҙҙәренең программа продукттарын үҫтереүгә субсидия алыу мөмкинлегенән мотлаҡ файҙаланыр, – тине  дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.

Конкурсҡа ғаризалар 2023 йылға тиклем ҡабул ителә. Унда ҡатнашыу өсөн рфрит.рф/support-measure сайтындағы шәхси кабинетта теркәлергә йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә юридик берәмектең раҫланған иҫәп яҙмаһы кәрәк.

Төп шарт – проект алты айҙан 30 айға тиклемге ваҡыт эсендә тормошҡа ашырылырға һәм, тамамланған көндән ярты йылдан да һуңға ҡалмайынса, ватан программа тәьминәте йәки Рәсәй радиоэлектрон продукцияһы реестрына индерелергә тейеш.

 

Фото: twitter.com

Автор:Лилия Давлетбакова