

2022 йылда авиакомпаниялар Өфөнән һәм кире Өфөгә тиклем 17 йүнәлеш буйынса авиаосоштарға субсидия аласаҡ.
– Субсидиялар авиаташыусыларға ағымдағы йылда Рәсәй биләмәһендә пассажирҙарҙы төбәк һауа ташыуҙары барышында һәм төбәк маршрут селтәрен формалаштырғанда алып еткермәгән килем өсөн бирелә, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
Субсидиялы авиаосоуҙарҙы ете ташыусы башҡарасаҡ: “Азимут”, Utair, Red Wings, S7 Airlines, “РусЛайн”, “ИрАэро” һәм “Ямал”. Туғыҙ йүнәлеште Башҡортостан Республикаһы 30,5 процент кимәлендә финанслаясаҡ, шул уҡ кимәлдә аҡсаны икенсе төбәк тә бүләсәк (Волгоград, Екатеринбург, Киров, Дондағы Ростов, Красноярск, Силәбе, Пермь, Омск, Воронеж).
Ике йүнәлеш 61 процентҡа субсидиялана (Краснодар һәм Һамар). Алты йүнәлеш икенсе төбәк ҡаҙнаһынан берлектә финанслана (Махачкала, Надым, Ноябрьск, Салехард, Ханты-Манси һәм Новосибирск).
Шулай итеп 2022 йылда субсидияланған маршруттар һаны быйылғы менән сағыштырғанда 30 процентҡа артасаҡ. Авиакомпаниялар Өфөнән һәм кире Өфөгә тиклем 1,1 меңдән ашыу рейс ебәрәсәк, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһы һәм башҡа төбәктәр иҫәбенә.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53536
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.