Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ноябрь , 22:30

“Транспорт аҙналығы”: бурыстар һәм йомғаҡтар

"Ҡарарҙарҙың хаҡ булыуына инанабыҙ, өҫтәүенә уларҙы эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырырға өйрәндек".

“Транспорт аҙналығы”: бурыстар һәм йомғаҡтар

Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә республика делегацияһының “Транспорт аҙналығы” сараларында ҡатнашыуы бурыстары, шулай уҡ Мәскәү мэры урынбаҫары Максим Ликсутов һәм “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Олег Белозеров менән осрашыу йомғаҡтары тураһында һөйләне.

– Максим Станиславович менән тәүге осрашыуҙан уҡ ихлас, яҡшы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгәйне. Күп йәһәттән уның ярҙамында Мәскәү буйлап Өфөнөң 450 йыллығына арналған беҙҙең бренд менән метропоезд йөрөй. Ул әлегә Сокольники линияһында, әммә бөгөн уны башҡа йүнәлештәргә лә ебәреүҙе һораныҡ, – тине Радий Хәбиров. – Йәнә Мәскәү мэрияһынан үҙҙәре алмаштырған трамвайҙар паркын беҙгә тапшырыуҙы һораныҡ. Уларҙың трамвайҙары ни бары 50 процентҡа иҫкергән, беҙҙә иһә – 90 процентҡа. Тимәк, тиҙҙән Өфөгә 50 трамвай киләсәк. Беҙ уларҙы йүнәтербеҙ. Был Өфө ҡала транспортына ҙур ярҙам буласаҡ.

“Транспорт аҙналығы”нда Башҡортостан хәл иткән төп мәсьәләләргә килгәндә, республика Башлығы Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлы темаһы менән шөғөлләнеүҙәре тураһында белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, был Волга буйы федераль округында иң ҙур инфраструктура проекты һәм Рәсәйҙә иң күләмле проекттарҙың береһен тәшкил итә.

Радий Хәбиров “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәтенең генераль директоры Олег Белозеров менән осрашыуҙа Өфө тимер юл ҡулсаһы буйынса фекер алышыуҙары хаҡында һөйләне.

– Техник-иҡтисади нигеҙҙәр, эшсе ҡулдар булыуға, быны нисек эшләү кәрәклеген аңлауыбыҙға ҡарамаҫтан, әлегә проектты финанслау мәсьәләһен хәл итә алмайбыҙ. Кисә мәсьәләне ике аҙна тикшерергә һәм артабан Рәсәй Хөкүмәтенә финанслау буйынса тәҡдимде еткерергә ҡарар иттек, – тине Башҡортостан Башлығы. – Өфө тимер юл ҡулсаһы – кешеләр өсөн бик яҡшы проект. Ил Президенты Владимир Владимирович Путиндың позицияһы – ҡала яны һәм ҡала электричкаларына айырым иғтибар биреү. Рәсәйҙең Транспорт стратегияһы ла ошоға йүнәлтелә. Был йәһәттән беҙ алда барабыҙ. Беренсе Мәскәү булһа, беҙ – ҡала яны тимер юл инфраструктураһын үҫтереү буйынса әҙер проекттар тәҡдим иткән миллионлы ҡалаларҙың тәүге бишеһе иҫәбендәбеҙ.

Радий Хәбиров пассажирҙар ташыуға бәйле проблемаларға ла туҡталды. Уның әйтеүенсә, был мәсьәләләр бер генә түгел, тиҫтәләрсә йыл дауамында йыйылған. Әле беҙ элегерәк шөғөлләнмәгән “хроник сирҙәр”ҙе дауалауға күп көс һалабыҙ.

– Был мәсьәләләр беҙ теләгәнсә үк йылдам хәл ителмәйҙер, бәлки. Әммә ҡарарҙарҙың хаҡ булыуына инанабыҙ, өҫтәүенә уларҙы эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырырға өйрәндек, – тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147590.html

Автор:Лилия Давлетбакова