Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ноябрь , 22:45

"Волга-Янцзы" форматындағы хеҙмәттәшлек дауам итәсәк

Осрашыу барышында “Волга-Янцзы” форматындағы эште дауам итеү, шул иҫптән пандемияға бәйле проблемаларҙы яйға һалыу тураһында килешелде.

"Волга-Янцзы" форматындағы хеҙмәттәшлек дауам итәсәк

Бөгөн, 17 ноябрҙә, видео-конференц-бәйләнеш тәртибендә “Волга-Янцзы” форматында төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса советтың рәйестәштәре – Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының Дәүләт Советы ағзаһы Ван Юн осрашыу үткәрҙе.

Яҡтар Волга буйы федераль округы һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһындағы Янцзы йылғаһының үрге, урта ағымы төбәктәренең сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереү тураһында һөйләште.

Ван Юнға мөрәжәғәт итеп, Игорь Комаров Ҡытай коллегаһын Рәсәй менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһында изге күршелек, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы “нигеҙ” килешеүе төҙөлөүгә 20 йыл тулыуы менән ҡотланы, донъялағы насар эпидемиологик хәл арҡаһында шәхсән осрашып булмауына үкенес белдерҙе.

Игорь Комаров белдереүенсә, “Волга-Янцзы” форматы – ике илдең төбәк-ара кимәлдәге хеҙмәттәшлегенең үҙенсәлекле механизмы, һәм, пандемияға ҡарамай, эштәр дауам итә.

“Волга буйы федераль округы төбәктәренең Ҡытай менән тауар әйләнеше темпы үҫеше 2020 йылда 2019 йыл менән сағыштырғанда 107,3 процент, ә 2021 йылдың тәүге ярты йыллығы һөҙөмтәһе буйынса 124,8 процент тәшкил иткән", – тине ул.

Мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙең мөһим аспекты булып ике яҡлы эшмәкәрлектең килешеү базаһы үҫеше тора. Ул әлеге ваҡытта сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм гуманитар хеҙмәттәшлек тураһындағы 52 килешеүҙе иҫәпләй. Ике яҡта ла эшләү өсөн 20 инвестиция проекты бар, Волга буйы федераль округы төбәктәре уртаҡ сауҙа-иҡтисади йүнәлештәге сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса 70-тән ашыу тәҡдим әҙерләгән. Шулай уҡ гуманитар өлкәлә лә әүҙем хеҙмәттәшлек бара: был юл картаһында белем биреү, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте, туризм, физик культура һәм спорт, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғлүмәтләштереү буйынса 100-ҙән ашыу сара билдәләнгән.

"Ике яҡтың гуманитар хеҙмәттәшлек өлкәһендәге төп йүнәлеше булып йәштәр сәйәсәте тармағында уртаҡ саралар үткәреү тора. 2014 йылдан алып талантлы һәм маҡсатлы студенттар өсөн “Волга-Янцзы” Рәсәй-Ҡытай йәштәр форумы үткәрәбеҙ. Быйыл эпидемиологик хәл сәбәпле әлеге сара онлайн уҙҙы", – тине Игорь Комаров.

Белем биреү тармағындағы хеҙмәттәшлектең сағыу өлгөһө – “Волга-Янцзы” юғары уҡыу йорттары ассоциацияһы. Уның сиктәрендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик күп файҙалы сара үткән. Унда әле 80 Рәсәй һәм Ҡытай юғары уҡыу йорто инә.

Ҡытай Халыҡ Республикаһының Дәүләт Советы ағзаһы Ван Юн Игорь Комаровҡа Рәсәй-Ҡытай мөнәсәбәттәре үҫешенә һәм иҡтисади, гуманитар өлкәләге проекттарға ярҙам итеүе өсөн рәхмәт әйтте.

Осрашыу барышында яҡтар “Волга-Янцзы” форматындағы эште дауам итеүҙәре, шул иҫәптән пандемияға бәйле проблемаларҙы яйға һалыу тураһында килеште. Игорь Комаров әүҙемерәк рәүештә махсус иҡтисади зоналар һәм сәнәғәт индустрия парктары мөмкинлектәрен файҙаланырға, вуз-ара хеҙмәттәшлекте әүҙемләштерергә тәҡдим итте. Осрашыу һуңында тулы хоҡуҡлы вәкил һәләтле Ҡытай йәштәрен округта популяр булған "ФормART” урам сәнғәте фестивалендә ҡатнашырға саҡырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева