Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ноябрь , 17:45

Йәштәр өсөн аҡса түләнәсәк

Ауыл хужалығы тармағына белгестәр әҙерләү һәм студенттарҙы практикаға йәлеп итеү өсөн түгелгән сығымдар кире ҡайтарыласаҡ.

Йәштәр өсөн аҡса түләнәсәк

Быйыл Башҡортостанда "Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" программаһының "Ауыл халҡының мәшғүллегенә булышлыҡ итеү" йүнәлешен тормошҡа ашырыу өсөн 15 миллион һумдан ашыу дәүләт ярҙамы бүленәсәк, шуларҙың 10 миллион һум самаһы үҙләштерелгән дә инде.

— Йүнәлеште тормошҡа ашырыуҙа ике йыл дауамында республика иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булды, — тине ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева. — Федераль программа йүнәлеше сиктәрендә ауыл хужалығы етештереүселәренә ауыл хужалығы уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәренең юғары, урта һәм өҫтәмә һөнәри белем алыуға бәйле сығымдары, шулай уҡ студенттарҙың эш хаҡы һәм йәшәү урыны өсөн түләүҙәр ҡаплана.

Былтыр был мөмкинлектән республикала агросәнәғәт комплексының 84 предприятиеһы файҙаланды, улар федераль бюджеттан ике категория буйынса ла 253 хеҙмәткәргә субсидия алған. Дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 2,3 миллион һумдан ашып киткән. Ағымдағы йылда Башҡортостанда әлеге программа сиктәрендә 130-ға яҡын студент әҙерләү планлаштырыла. Бынан тыш, ауыл хужалығы предприятиеларына 200-ҙән ашыу студент-стажер әҙерләүгә киткән сығымдар ҡапланасаҡ.

2022 йылдан программаға үҙгәрештәр индереләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә Ләлә Дәүләтбаева. Ауыл хужалығы етештереүселәренән тыш, сығымдарҙы айырым эшҡыуарҙарға, ауыл ерендә эшләп килгән ауыл хужалығы продукцияһын эшкәрткән предприятиеларға ҡаплау рөхсәт ителәсәк. Бынан тыш, юғары уҡыу йорттарынан башҡа, белем биреү ойошмалары исемлегенә ауыл хужалығы һөнәре буйынса белем биргән колледждар өҫтәлә. Колледждарға килгәндә, 2022 йылда сығымдарҙы ҡаплау элеккесә 30 процент тәшкил итәсәк, ә юғары уҡыу йорттарында уҡыу өсөн субсидия ставкаһы 90 процент тәшкил итәсәк.

Илдә "Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" яңы дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу 2020 йылда башланды. Ул тәү башлап ауылдарҙы һаҡлауға һәм ауыл халҡының йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. Дәүләт программаһы «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» тип аталған алдағы программаны алмаштырҙы. «Ауыл халҡының мәшғүллегенә булышлыҡ итеү» йүнәлеше программаның төп яңылыҡтарының береһенә әүерелде.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53534

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Автор:Лилия Нуретдинова