

Ҡушымтала эшҡыуарҙар юлында осраған ҡайһы бер хәлдәр буйынса әҙер һәм дөйөмләштерелгән ҡулланмалар һалынған. Улар мөлкәт мөнәсәбәттәренә, лицензиялауға, һатып алыуҙа ҡатнашыуға, контроль-күҙәтеү эшмәкәрлегенә ҡағыла.
“Башҡортостандың инвест-порталында алты көнүҙәк йүнәлеш буйынса тематик ҡулланмалар тәҡдим ителә. Артабан нисек итеп бизнес-процеста яңылыш аҙымдар яһамау тураһындағы яңы тарихтарҙы урынлаштырырға ниәтләйбеҙ”, – ти республиканың дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Фото: pravitelstvorb.ru