Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ноябрь , 19:45

Бындай статус алыу өсөн нимә кәрәк?

Бизнес-планда капиталь һалыуҙар кәмендә 120 миллион һум булһын тигән талап та бар.

Бындай статус алыу өсөн нимә кәрәк?

“Investrb.ru” порталының “Инвесторҙар/Махсус биләмәләр” бүлегендә “Алға” махсус зонаһында резидент статусы алыу өсөн ғариза формаһы ҡуйылды. Ул электрон формала ла рәсми әһәмиәткә эйә.

Анкетаны махсус иҡтисади зона урынлашҡан муниципаль берәмектә теркәлгән коммерция ойошмаһы бирә ала. Унитар предприятиеларҙың быға хоҡуғы юҡ. Шарттар араһында шулары ла бар: предприятиеның ошо махсус иҡтисади зонанан ситтә филиалдары һәм вәкиллектәре булмаҫҡа тейеш. Уның бизнес-планында капиталь һалыуҙар кәмендә 120 миллион һум булһын тигән талап та бар.

“Башҡортостандың инвестиция порталын үҫтерә барып, беҙ мәғлүмәтлелек һәм интерактив принциптарын киңерәк ҡуллана барабыҙ. Резидент булыуға онлайн ғариза инвесторҙарға ойошма тураһында тулы мәғлүмәт тапшырыу мөмкинлеге бирә”, – ти дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

Фото: "Башинформ".

Автор:Рәшит Кәлимуллин