Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ноябрь , 10:02

Форум: маҡсаттар һәм бурыстар

Мәскәүҙә ХV “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумы үтте.

Фото:glavarb.ru

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республиканың рәсми делегацияһы Мәскәүҙә үткән ХV “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында ҡатнашты.

Мәғлүм булыуынса, “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе – илдең Транспорт ми­нистр­лығы ойошторған йыллыҡ эшлекле ваҡиға. Улар тармаҡтағы көнү­ҙәк проблемаларҙы киң тикшереүгә, күләмле инфраструктура проекттары менән таныштырыуға йүнәлтелә. Халыҡ-ара форум нигеҙендә Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры – идара рәйесе Олег Белозеров менән осрашты. Яҡтар республиканың тимер юл инфраструктураһын яңыртыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Улар иҫәбендә – Өфө тимер юл ҡулсаһын булдырыу өсөн Дим – Иглин участкаһында йәнә бер тимер юл һалыу.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, проект шулай уҡ республиканың баш ҡалаһын тимер юл ярҙамында аэропорт менән бәйләүҙе үҙ эсенә ала. Өфө ҡулсаһы файҙаланыуға тапшырылыу менән ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары тиҙ йөрөй торған уңайлы транспорт төрөнә эйә буласаҡ.

– Башҡортостанды Ырымбур өлкәһе менән бәйләп, автотранспортҡа яҡшы альтернатива булған тиҙ йөрөшлө “Орлан” поезы ла ҙур танылыу яуланы. Күреүебеҙсә, унда студенттар һәм туристар күп йөрөй. Уны артабан үҫтереү буйынса пландар бар, – тине Радий Хәбиров. – Яҡын киләсәктә шулай уҡ көнбайыш һәм көнсығыш йүнәлештәрҙә – Белоретҡа һәм Приютҡа тиклем – “Ҡарлуғас” электр поезын ебәрергә, Өфө тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы дауам итергә ниәтләйбеҙ.

“Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры – идара рәйесе Олег Белозеров республика менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте юғары баһаланы.

Форум сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара күргәҙмәһендә булды. Унда 90-дан ашыу экспонент үҙҙәренең транспорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары, эшләнмәләре менән таныштырҙы. Сараға транспорт инфраструктураһы операторҙары, йөк һәм пассажирҙар ташыусылар, логистика тармағы вәкилдәре, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары килгәйне.

Күргәҙмәнең төп өлөштәренең береһе милли проекттарға ҡорол­ғайны. Бында 2021 йылға федераль проекттар буйынса эш йомғаҡтарын, уларҙы артабан үҫтереү буйынса пландарҙы сағылдырған макеттарҙы, интерактив презентацияларҙы, видеоматериалдарҙы күрергә мөмкин ине. Башҡа төбәктәр кеүек үк, Башҡортостан да республиканың транспорт тармағындағы ҙур ҡаҙаныштарына, шулай уҡ транспорт, юл хужалығы өлкәһендәге күләмле проекттарға арналған экспозицияһын тәҡдим итте. Улар араһында Волга буйы федераль округындағы иң ҙур проект – “Көнсығыш юлы” ла бар ине. Йәнә бер проект – Өфө тимер юл ҡулсаһы. Уны сафҡа индереү 2030 йылға Өфө агломерацияһындағы ҡала яны йүнәлешендә йыллыҡ пасса­жирҙар күләмен 1,5 миллиондан 6,5 миллион кешегә тиклем арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Башҡортостан стендына шулай уҡ Өфөләге Интернациональ урам башланған ерҙә Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү проектын да индерҙеләр. Ул транспорт ағымын ҡулайлаштырыу, ҡаланың төньяҡ сәнәғәт өлөшөн М-5 һәм М-7 федераль трассалары менән бәйләү мөмкинлеген бирәсәк.

Күргәҙмәне ҡарап сыҡҡас, Радий Хәбиров “Рәсәй транспорты-2035: стратегиянан – тормошҡа ашырыуға” пленар дискуссияһында ҡатнашты.

Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы, транспорт өлкәһен, пассажирҙар һәм йөк ташыуҙы модернизациялау – республика Хөкүмәте эшендә мөһим йүнәлеш, шуға күрә “Транспорт аҙналығы” сиктәрендә төбәк деле­гацияһы байтаҡ мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән тимер юл һәм авиация инфраструктураһын үҫтереү менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшереүҙе планлаштыра, тип билдәләне.

– Мәскәү йәмәғәт транспорты тармағын үҫтереү буйынса бик ҙур аҙым яһаны, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Рәсәйҙең баш ҡалаһы инфра­структураһына ҡарайбыҙ, үҙебеҙҙең республикала ла файҙаланыу өсөн иң яҡшы тәжрибәләрҙе өйрәнәбеҙ.

Осрашыуҙа “Тройка” картаһы нигеҙендәге билет системаһын “Алға” транспорт картаһы менән интеграциялау мөмкинлектәре лә ҡаралды.

Мәскәүҙәр метрола һәм башҡа төр йәмәғәт транспортында йөрөүгә түләү өсөн “Тройка” картаһы менән файҙалана. Уның функционалы даими киңәйтелеп тора. Мәҫәлән, музейға инеү өсөн дә түләргә мөмкин. Ул шулай уҡ Мәскәү, Ярославль, Тула, Ростов өлкәләре, Яңы Уренгой, Ульяновск, Амурҙағы Комсомольск ҡалалары, Пермь крайы һәм Карелия Республикаһында ғәмәлдә.

– Беҙ Башҡортостанда әүҙем рәүештә “Алға” транспорт картаһын ҡулланыуға индерәбеҙ. Уны транспортта һәм башҡа тармаҡтарҙа файҙаланып була. Шуға күрә халыҡ өсөн уңайлы түләү системалары йәһәтенән хеҙмәттәшлек мөмкинлек­тәрен өйрәнергә теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

 

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА.