Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ноябрь , 10:06

Тупһаһына ҡарап йортон маҡта

Быйыл Өфөлә күп ҡатлы 95 йорттоң 260 подъезы ремонтланған.

Фото:Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтынан.

Өфөлә Күп фатирлы йорт подъездарын комплекслы ремонтлау буйынса республика программаһы сиктәрендә быйылға билдәләнгән эш тамам – күп ҡатлы 95 йорттоң 260 подъезы ремонтланған. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Ҡала тормошон тәьмин итеү идаралығы етәксеһе Асҡар Батталов хәбәр итте.

  

Иҫкәрмәләр булһа, ваҡытында төҙәтелә

 

Подъездарҙы ремонтлау баш­лан­ғысы менән 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһағайны. Уны тормошҡа ашыра башлаған мәлдән алып баш ҡалалағы 719 күп ҡатлы йортҡа ҡараған 2 226 подъезд комплекслы ремонт­ланған. Подъез­дарҙы ремонтлауға сығымдарҙың 90 процентын – республика ҡаҙнаһы, 10 процентын Өфө ҡалаһы бюджеты ҡаплай.

Был эштең заказсыһы итеп “Капиталь ремонттың төбәк операторы” коммерцияға ҡарамаған фонд билдәләнгән, ә генераль подрядсы бурыстары “Строй-ресурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә йөкмәтелгән.  Бөгөн улар эште муниципалитетҡа тапшырғанда әйтелгән иҫкәр­мәләрҙе төҙәтеү менән мәшғүл. Иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәрҙе тәғәйен подъезда йәшәгәндәр ҙә бирә ала. Улар муниципалитет комиссияһы эште ҡабул иткәндә лә ҡатнашырға һәм үҙ фекерен әйтергә хоҡуҡлы. Әйткәндәй, стеналарҙы ниндәй төҫкә буяу, башҡа ҡайһы бер биҙәкләү эштәренең төрө лә ошо йыйылышта хәл ителә. Бөтә әйтелгән иҫкәрмәләр төҙәтелгәс кенә ҡабул итеү комиссияһы актҡа ҡул ҡуя. Подъездағы ремонт биш йыллыҡ гарантияға эйә булырға тейеш.

Ремонт барышында мотлаҡ башҡарылырға тейешле эштәр билдәләнгән: тамбурҙағы (тышҡы) ишекте алмаштырыу, һәр ҡатҡа пластик тәҙрә ҡуйыу, ингән урынды төҙөкләндереү, беренсе ҡаттың иҙәненә плитә түшәү, стеналарҙы буяу, баҫҡыстарҙағы металл рәшәткәне һәм таянғысты ремонтлау, лифттарҙың тышҡы йөҙөн матурайтыу, энергияны һаҡсыл тотонған яҡтыртҡыстар ҡуйыу һәм башҡа төрлө эштәр.

Был бурыстарҙан тыш элемтә операторҙары һәм домофондарҙы хеҙмәтләндереү ойошмаларының көсө менән кабель-каналдар ҡуйыу, улар буйлап элемтә линияларын һуҙыу ҙа башҡарылған. Ошо эште камиллаштырыу маҡсатында Ҡала тормошон тәьмин итеү идаралығы күп ҡатлы йорттарҙа элемтә сараларын, линия-кабель ҡоролма­ларын урынлаштырыу буйынса методик тәҡдимдәр ҙә әҙерләгән. Был проекттар провайдерҙарға, республи­каның Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм Дәүләт идараһын һанлаш­тырыу министрлыҡтарына, “Төбәк операторы”на тапшырылған, әле уларҙың тәҡдимдәрен ҡарау һәм раҫлау бара.

 

Нимә ул “антивандаль ишек”?

 

Бынан тыш, “Төбәк опе­рато­ры”на ремонт эштәре барған подъез­дарҙың тамбурҙарына ватылмай торған (“антивандаль”) быялалы пластик ишектәр ҡуйыу тәҡдиме лә бирелгән. Ҡаланың баш архитектура идаралығына йорттарға инеү урындарындағы мәғлүмәт стендтары өсөн берҙәй дизайн булдырыу, уның эскизын эшләү буйынса тәҡдим дә ебәрелгән.

Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков ошо кәңәшмәлә әйтеүенсә, подъездарҙың йөҙө замансараҡ булырға тейеш. “Бөгөн ҡайһы бер йорттарҙа ҡуйыла башлаған “антивандаль” ишектәр­ҙән баш тартырға, заман талап иткән еңелерәк вариант­тарҙы ҡулланырға кәрәк”, – тине ул һәм яңыртылған дизайн өлгөләрен эшләргә, уларҙы раҫлауға тапшырырға ҡушты.

Баш ҡалалағы матур подъездар хәҙер 2-3 ҡаттан алып 16 ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәрҙе шатландыра. Улар иҫәбендәге аҙ ҡатлы йорттар нигеҙҙә Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә – Вологда, Беренсе Май, Ҡулса, Азатлыҡ, Калинин, Александр Нев­ский урамдарында урынлашҡан. Ә Ҡариҙел яры буйы, Маршал Жуков, Степан Злобин, Софья Перовская, Менделеев һәм башҡа ҡайһы бер урамдарҙа төҙөүселәргә бейек һәм шунлыҡтан эш күләме лә ҙурыраҡ булған торлаҡ йорт­тарҙағы подъездарҙы ремонт­ларға тура килгән.

 

Алты меңдән ашты

 

Башҡортостан буйынса дөйөм алғанда ла подъездарҙы ремонт­лауҙа ҙур эш башҡарылған – 2019 йылдан, йәғни был программа үтәлә башлаған мәлдән алып, республикала 6 181 подъезд ремонтланған, был ике миллиард һумға төшкән.

– Быйыл беҙ ремонтланасаҡ йорттар исемлеген төҙөгәндә комп­лекслы ысулды ҡулландыҡ – подъездарҙан тыш капиталь ремонт та талап ителгән йорттарҙы алдыҡ, – ти республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев. – Һөҙөмтәлә быйыл подъездары ремонтланған 115 йорттоң бер юлы түбәләрен яңырттыҡ, йорт эсе һыу үткәргестәрен һәм йыуынты һыу ағыҙыу торбаларын ал­маштырҙыҡ, электр һәм йылылыҡ селтәрҙәрен йүнәттек, яңы лифттар урынлаштырҙыҡ. Иң мөһиме – эштең сифаты 2019-2020 йылдар менән сағыштыр­ғанда ҡырҡа яҡшырҙы.

Быйыл Өфөлә, Баймаҡ районында һәм Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында 306 йорт, Алан Марзаев әйткәнсә, ошолай комп­лекслы ремонтланған. Ресурс­тарҙы һаҡсыл тотоноу һөҙөмтәһендә Ағиҙел ҡалаһында алты подъезды ремонтлауға сығанаҡ табыуға өлгәшелгән, уларҙың өсөһөндә эш тамам­ланған да инде. Хәҙер Өфөлә лә был ысулды ҡулланасаҡтар: 2022 йылға эштәрҙе планлаштырғанда, мәҫәлән, ҡала хакимиәте күп ҡатлы ике йортта подъездарҙың махсус шахталарында урын­лашҡан селтәрҙәр һәм ҡорамалдарға ревизия үткәрергә йыйына, артабан интернет-провайдерҙар унда үҙ кабелдәрен һуҙасаҡ.

Подъездарҙы комплекслы ремонтлау Башҡортостандың башҡа ҡалалары һәм ҡасабаларында әүҙем бара. Быйыл ғына ла, мәҫәлән, Баймаҡ районында 11 йорттағы 33 подъезда, Бәләбәй районындағы алты йорттоң 13 подъезында ҙур ремонт эштәре үтәлде һәм башҡалар. Быйыл республиканың күп фатирлы йорттарында нигеҙҙә “стандарт булмаған”, йәғни элегерәк башҡа проекттар буйынса төҙөлгән подъездарҙа эш барҙы. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙа төҙөлөш сығымдары “ғәҙәти” подъездарға ҡарағанда ҙурыраҡ.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында белдереү­ҙәренсә, подъездарға ингән урындарҙа инвалидтар өсөн пандустар урынлаштырыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Быйыл, мәҫәлән, Өфөләге биш подъезд аҙ хәрәкәтле граждандар өсөн сығыу һәм инеүҙе уңайлыраҡ итәсәк ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Оҙаҡламай Ағиҙел ҡалаһында ла өс пандус ҡуйыласаҡ.

– Беҙ подъездарға инеү урындарында пандустарға мохтажлыҡ нисек булыуына мониторинг үткәрҙек. Асыҡланыуынса, республика буйынса бындай пандустарҙы 1 371 подъезда ҡуйырға кәрәк буласаҡ, был иһә 200 миллион һумға яҡын сығым талап итәсәк.

 

Тәүҙә йыйылыш үткәреү талап ителә

 

– Быйыл подъездарҙы ремонтлау эше ойошҡан рәүештә барҙы, – тип йомғаҡланы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең ошо мәсьәләне лә тикшергән күптән түгелге улты­рыштарының береһендә. – 2022 йылда эш башланасаҡ йорттарҙа йәшәгән халыҡ менән әле үк йыйылыштар үткәрергә кәрәк. Пандустар ҡуйыу кеүек ҡатмарлы һәм сетерекле мәсьәләгә килгәндә, барыһын да алдан үлсәп һәм кәңәшләшеп, зарурлыҡ нисек булыуын белеп эшләү талап ителә. Был эш даими барырға тейешле. Йылына биш-алты ғына түгел, ә күберәк пандустар ҡуйырға кәрәк.

Радий Фәрит улы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Финанс министрлығы менән берлектә 2022 йылда подъез­дарҙы комплекслы ремонтлау прог­раммаһының эш миҡдарын һәм финанслау күләмен билдә­ләргә, ә Башҡортостан Башлығы ҡа­рамағындағы Контроль ида­ралығына ремонт эштәренең сифатына инспекторлыҡ ти­кшереүе үткәреүҙе дауам итергә ҡушты.

 

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.