Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ноябрь , 16:30

Башҡортостан – ышаныслы партер

Был хаҡта билдәле рейтинг агентлыҡтары белдергән.

Башҡортостан – ышаныслы партер

Халыҡ-ара “Moody’s Investors Service” рейтинг агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан Республикаһы рейтингы шул уҡ “Ва1” кимәлендә ҡалған. Фараз: “Тотороҡло”.

- Башҡортостан Республикаһы рейтингы халыҡ-ара “Fitch Ratings” һәм “Эксперт РА” рейтинг агентлыҡтары тарафынан ышаныслы партнер булараҡ раҫланған. Ирекле эксперттар баһаламаһы тормошҡа ашырылған финанс сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге, шулай уҡ иҡтисадыбыҙҙың һәм республика бюджетының тышҡы шарттарға тотороҡлолоғо хаҡында һөйләй, - тип белдерҙе республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.

Белешмә. “Moody’s”  күҙәтеүендә Башҡортостан Республикаһының кредит профиле (“Ва1”) бюджетҡа түбән кредит һәм рефинанслауҙың аҙ юғалтыу янаған консерватив идара итеү тарихын сағылдыра.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53587 

Автор:Айһылыу Низамова