

Халыҡ-ара “Fitch Ratings” рейтинг агентлығы ағымдағы йылда тағы бер тапҡыр Башҡортостан Республикаһының оҙайлы кредит рейтингын “ВВВ” кимәлендә раҫланы. Фараз: тотороҡло.
- Халыҡ-ара агентлыҡтың баһаһы Башҡортостан Республикаһының кредит рейтингын инвестиция кимәлендә раҫланы. Был Башҡортостан Республикаһы етәкселегенең төбәкте үҫтереү буйынса һайлап алған курсының һөҙөмтәле икәнлеген раҫлай, - тине Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова.
Белешмә. “Fitch Ratings” рейтинг агентлығы билдәләгән “ВВВ” кимәле – инвестиция категорияһы рейтингы ул. Был – Рәсәй төбәктәре өсөн мөмкин булған максималь кредит рейтингы. Ул Рәсәй Федерацияһының суверен рейтингынан юғарыраҡ була алмай.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53588