Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ноябрь , 20:45

Бар хеҙмәттәрҙең сифатына талап арта

Көн үҙәгендә - мәктәптә туҡланыу, юл буйы хеҙмәтләндереүе мәсьәләләре.

Бар хеҙмәттәрҙең сифатына талап арта

Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеселегендә үткән онлайн кәңәшмәлә мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу сифатын күтәреү, шулай уҡ юл буйы хеҙмәтләндереүе мәсьәләләре ҡаралды.

Сарала республика Хөкүмәте ағзалары, Башҡортостандың Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы, Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы, республиканың Стратегик эшләнмәләр үҙәге, “Приуралье” федераль ҡаҙна ойошмаһы, Башҡортостандың “Юл буйы хеҙмәтләндереүе үҫешенә булышлыҡ итеү” ассоциацияһы, “Юл хужалығы идаралығы” дәүләт ҡаҙна ойошмаһы вәкилдәре, муниципаль райондар, ҡала округтары башлыҡтары ҡатнашты.

"Балалар туҡланыуы сифатлы һәм яҡшы булырға тейеш. Был йүнәлеш буйынса республикала системалы эш алып барыла. Беҙ мәктәптәрҙәге туҡланыуҙы финанслауҙы тулыһынса тәьмин иттек. Икенсе сменала уҡығандар өсөн тулы туҡланыуҙың күләмен арттырыуға аҡса бүлеү мәсьәләһен хәл иттек. Аҡса бүлеү иҫәбенә быйыл 11 миллион һум аҡсаны ошо мәсьәләгә йүнәлттек, 2022 йылға шулай уҡ 55 миллион һум аҡса ҡаралған", - тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡығандарҙың туҡланыу сифатын күтәреү буйынса саралар тураһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Айырым әйткәндә, уҡыусыларҙы өҫтәмә ашатыу өсөн мәктәптәрҙә заманса, уңайлы экологик буфеттар ойоштороу хаҡында әйтте.

"Балалар туҡланыуы өсөн тәғәйенләнмәгән продукцияның асыҡланыу факттары биштән бер процентҡа тиклем кәмене. Срогы үткән продукция булған ойошмалар һаны былтырғы менән сағыштырғанда (3,9), быйыл 1,5 процент тәшкил итә", - тине Алексей Гусев.

Кәңәшмәлә юл буйы хеҙмәтләндереү мәсьәләһе, шул иҫәптән норматив базалағы үҙгәрештәр ҡаралды.

"Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар һаны артыу менән юл буйы объекттарына, унда һатылған тауарҙар, күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатына талаптар ҙа арта. Бер йыл ярым элек был мәсьәлә менән системалы шөғөлләнә башланыҡ. Республика кимәлендә уңайлы һәм сифатлы юл буйы хеҙмәтләндереүен тәьмин итеү өсөн комплекслы саралар булдырҙыҡ. Дәүләт ярҙамы сараларын эшләнек", - тине Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53602 

Автор:Айһылыу Низамова