Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ноябрь 2021, 17:53

Индоутка үрсетеү отошло

Һуңғы йылдарҙа күптәр индоутка (мускус өйрәге) аҫрай башланы. Уның ите өйрәктекенән тәмлерәк, майһыҙ һәм диетик булыуы менән отошло. Йомортҡаһы ла ашарға яраҡлы, файҙалы ла. Ҡош ҡышҡы һыуыҡҡа сыҙам, йылытыла торған һарайға мохтаж түгел. Ҡышын уның өсөн иң мөһиме – ҡоро иҙән.

Индоутка – аҙыҡҡа талымһыҙ ҡош. Күп булмаһалар, кәрәкле аҙыҡты мөмкин ҡәҙәр аҙыраҡ һатып алып, өҫтәлдәге һәм баҡсалағы ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән дә туйындырырға була.

Өйрәктәрҙән айырмалы була­раҡ, йылға-күлдәр ҙә кәрәкмәй, уларға эсәр өсөн һыу ҡуйыу ҙа етә. Ауырыуға бирешеп бармай­ҙар, иммунитеттары көслө.

Һәр береһе йылына яҡынса йөҙләп (70 грамға тиклем) йо­мортҡа һала. Бер ултыра торған индоутка йомортҡаһының ярты­һынан күберәгенән “малайҙар” тыуа, ике ай эсендә был ҡоштарҙың ауырлығын ике килограмдан арттырырға мөмкин. Аталарыныҡы – биш-алты, инә­ләренеке өс килограмға тиклем етә.

Индоутка яҡшы баҫа, үҙенең генә түгел, тауыҡ, ҡаҙ, күркә йомортҡаларынан да бәпкә һәм себештәр сығара ала. Был ҡоштар сағыштырмаса тауышһыҙ һанала. Үҙҙәре йәшәгән биләмәне яҡшы беләләр, бәпкәләрен йыраҡҡа алып йөрөмәйҙәр, шуға күрә уларҙы юғалтмай тиерлек. Бәпкәләргә йыртҡыс ҡоштар ҙа һөжүм итеп йөҙәтмәй.

Индоутканы ит өсөн генә үҫтергәндә, инә ҡоштарҙы башҡа теләһә ниндәй тоҡом менән ҡушылдырырға мөмкин. Тоҡом шаҡтай ҙур (дүрт килограмға ҡәҙәр), ләкин нәҫел ҡалдырырға һәләтһеҙ була. Быларҙың барыһы ла индоуткаларға хас кәмсе­лектәрҙе артығы менән ҡаплап китә. Кәмселектәргә килгәндә, йомортҡанан бәпкә сығыуының оҙаҡҡа һуҙылыуын (33-35 көн), ит өсөн үҫтереүҙең шаҡтай ваҡыт талап итеүен (11-12 аҙна), шулай уҡ йомортҡа һалыуҙың миҙгелле булыуын (яҙын һәм көҙөн) әйтергә мөмкин.

Ишек алдының таҙалығын һаҡлап торорға кәрәк. Әлеге ҡыҙыҡһыныусан һәм бар нәмәне ашарға әҙер ҡоштар өсөн ваҡ тимер киҫәктәре кеүек әйберҙәр хәүеф тыуҙыра. Йөн ҡойоу ай ярым-ике ай дауам итә. Шуға индоуткаларҙы һуйыуҙың беренсе ваҡыты 13-сө аҙнанан да һуң булмаҫҡа тейеш. Ә икенсеһе 20 – 24 аҙнанан ғына башлана.

Лилиә НУРЕТДИНОВА. 

Читайте нас: